Иҡтисад
29 Июля 2019, 14:00

Арпа менән һолоға төштөләр

Республиканың ауыл эшсәндәре яҙғы культураларҙы йыя башланы. Туғыҙ районда – борсаҡҡа, һигеҙендә арпаға төштөләр.

Республиканың ауыл эшсәндәре яҙғы культураларҙы йыя башланы. Туғыҙ районда – борсаҡҡа, һигеҙендә арпаға төштөләр.


Ауыл хужалығы министрлығы мәғлүмәтәре буйынса, барлыҡ борсаҡ майҙандарының ете проценты һуғып алынған. Гектар ҡеүәте 21 центнер тәшкил итә, бөтәһе 7,7 мең тонна борсаҡ алынған. Әлегә 2,8 мең гектарҙан 7,3 мең тонна арпа йыйылған. Уңыш насар түгел – гектарынан төшөм 26,1 центнер сыға.


Фото: ауыл хужалығы министрлығы сайтынан.
Читайте нас