Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
30 Июль 2019, 14:00

Ғәҙҙәттән тыш хәл индерелерме?

Республикала яуым-төшөм булып торһа ла, Хәйбулла, Көйөргәҙе, Йылайыр, Әбйәлил, Стәрлебаш, Баймаҡ райондарында яҙҙан бирле ямғырҙар яумай.

Республикала яуым-төшөм булып торһа ла, Хәйбулла, Көйөргәҙе, Йылайыр, Әбйәлил, Стәрлебаш, Баймаҡ райондарында яҙҙан бирле ямғырҙар яумай. Һөҙөмтәлә 20 муниципалитеттағы сәсеүлектәр зыян күргән. Ошо айҡанлы был алты районда ғәҙәттән тыш хәл индереүҙәре ихтимал.


Әйткәндәй, былтыр төбәктә 223 ауыл хужалығының 105,6 мең гектар майҙанында сәсеүлектәр зыян күргән. Шул сәбәпле, 19 районда һәм Күмертауҙа ғәҙәттән тыш хәл индерелгәйне. Күрелгән зыян 460 миллион һум тәшкил итте.


Автор фотоһы.