Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
3 Август 2019, 21:12

Сибайҙа - ҡояш “бағаналары”

Төбәктә энергетика подстанцияһын төҙөү электр энергияһы дефициты проблемаһын хәл итәсәк.

Фото: Сибай ҡала хакимиәте сайтынан.
Төбәккә инвесторҙар йәлеп итеүҙә төп проблемаларҙың береһе булып Урал аръяғында электр энергияһы дефициты тора. Шунлыҡтан Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров һәм “Росатом” башлығы Алексей Лихачев Сибай ҡалаһында энергетика подстанцияһы төҙөү буйынса килешеүгә ҡул ҡуйғайны.
Ошо көндәрҙә ҡалаға “Башҡорт генерациялау компанияһы” йәмғиәте директоры Александр Симановский эш сәфәре менән килде. Ул ҡала хакимиәте башлығы Рөстәм Афзалов менән осрашып, Сибайҙа мини-ГЭС, ҡояш “бағаналары” һәм ел генераторы төҙөү буйынса фекер алышты. Төбәктә энергетика подстанцияһын төҙөү электр энергияһы дефициты проблемаһын хәл итәсәк.
Осрашыу мәлендә буласаҡ ТЭЦ-тың ҡеүәте, урынлашыу урыны һәм бөгөнгө көндәге йылылыҡ селтәрҙәре торошо хаҡында ла һүҙ булды.