Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
7 Август 2019, 18:30

Дүртөйлөләр нисек йәшәй?

Бөгөн төбәк етәксеһе Радий Хәбиров эш сәфәре менән Дүртөйлө районына юлланды.

Бөгөн төбәк етәксеһе Радий Хәбиров эш сәфәре менән Дүртөйлө районына юлланды.


Һыйыр малы үрсетеү һәм мул уңышлы ауыл хужалығы культуралары үҫтереү менән шөғөлләнгән “Ленин” тоҡомсолоҡ заводы баҫыуҙарында арпа йыйырға төшкәндәр. Радий Хәбиров хужалыҡ етәкселеге, механизаторҙар менән аралашты, эш шарттары, хеҙмәт хаҡы, эште тамамлау ваҡыты менән ҡыҙыҡһынды, дәүләт ярҙамы саралары буйынса фекер алышты.


Генераль директор Альберт Дәүләтбаев әйтеүенсә, бында ауыл хужалығы ерҙәре майҙаны – 10 мең гектар самаһы. Хужалыҡ бойҙай, арыш, арпа, борсаҡ, ҡарабойҙай, көнбағыш, рапс, кукуруз үҫтерә. Уңыш бар, 100 берәмек техника эшкә әҙер, әммә ураҡҡа бер аҙ һауа шарттары ҡамасаулай.


Былтыр предприятие сит илгә ике мең тоннаға яҡын иген һатҡан. Автомобиль һәм тракторҙар паркы йыл һайын яңыртыла, малсылыҡ фермалары төҙөкләндерелә. Республика субсидияһына Венгриянан 130 тана һатып алынған, тиҙҙән тағы ла 100 баш малдың килтерелеүе көтөлә.


Фото: glavarb.ru.
Читайте нас: