Район хакимиәте башлығы урынбаҫары Илдар Нәбиев әйтеүенсә, йылға урыны менән дүрт метрға саҡлы тәрәнәйтеләсәк, был ошо урындан өс мең тоннаға тиклем ауырлыҡтағы судноларға үтергә мөмкинлек бирәсәк. Быға саҡлы йылғалағы Үрге Манышты һикәлтәһе аша үткән караптар ике мең тоннанан ашыу йөк тейәй алмай ине.