Иҡтисад
14 Августа 2019, 08:00

Донъя баҙарына – Ағиҙел буйлап

“Агросәнәғәт продукцияһы экспорты” федераль проектына ярашлы, 2024 йылда Башҡортостан сит илдәргә 220 миллион долларлыҡ ашлыҡ һатырға тейеш. Был 2018 йылдан өс тапҡыр күберәк тигән һүҙ. Быйыл уны 91 миллион долларға еткереү маҡсаты ҡуйыла. Республиканан экспортҡа башлыса ашлыҡ, май продукцияһы, шәкәр йүнәлтелә. Беренсе ярты йыллыҡта 73 мең тонна ашлыҡ оҙатылған.

Ошо маҡсаттан йылғаны тәрәнәйтеү эше башланды.
“Агросәнәғәт продукцияһы экспорты” федераль проектына ярашлы, 2024 йылда Башҡортостан сит илдәргә 220 миллион долларлыҡ ашлыҡ һатырға тейеш. Был 2018 йылдан өс тапҡыр күберәк тигән һүҙ. Быйыл уны 91 миллион долларға еткереү маҡсаты ҡуйыла. Республиканан экспортҡа башлыса ашлыҡ, май продукцияһы, шәкәр йүнәлтелә. Беренсе ярты йыллыҡта 73 мең тонна ашлыҡ оҙатылған.
Бөгөн агросәнәғәт продукцияһын һыу юлы менән оҙатыу – иң арзан һәм отошло алымдарҙың береһе. Тап шуға ла май айында республика етәксеһе Радий Хәбиров үткәргән “Инвестиция сәғәте”ндә төбәктең агросәнәғәт комплексын үҫтереү буйынса инвестиция проекттары ҡаралғайны. Унда ауыл хужалығы продукцияһын һыу юлы менән сит илдәргә оҙатыу хаҡында һөйләшеү барҙы. Мәҫәлән, бының өсөн “Илеш элеваторы”нда мөмкинлектәр бар. Әммә һыу транспорты өсөн 20 километр оҙонлоҡта Ағиҙел йылғаһының төбөн тәрәнәйтеү һәм таҙартыу талап ителә. Бының өсөн 25 миллион һум аҡса тотоноу күҙаллана.
Әле “Илеш элеваторы” йәмғиәтендә йылғаны дүрт метрға тиклем тәрәнәйтеү мәшҡәттәре башланды. Эште атҡарған предприятие бының өсөн 25 миллион һум күләмендә дәүләт ярҙамы алған. Был өс мең тонна һыйҙырышлы “йылға-диңгеҙ” класлы һыу транспортына причалға яҡын килергә мөмкинлек бирәсәк. Ашлыҡты Балтик буйы илдәренә, Төркиәгә, Иранға оҙатыу көтөлә.
Йылға Илеш районының Груздевка ауылынан Татарстандың Аҡтаныш районының Әжәкүл ауылына тиклем тәрәнәйтеләсәк. Ара 25 километр тирәһе. Эште Ағиҙел һыу юлдары һәм “Камводпуть” суднолар йөрөшө учреждениеһы башҡара.
– Элек элеватор ике мең тонна һыйҙырышлы һыу транспортына продукция тейәй ала ине, – ти Илеш районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Илдар Нәбиев. – Ҙур суднола иген ташыуҙың үҙҡиммәте күпкә арзан. Диңгеҙгә сығыр алдынан күсереп тейәргә лә мөмкин буласаҡ. Юғиһә бер тонна ашлыҡты яңынан тейәү 1,5 мең һумға төшә. Был уның хаҡына йоғонто яһаны. Хәҙер ул күтәрелергә тейеш.
Элеватор директоры Валерий Иванов, был эш тамамланғас, киң мөмкинлектәр асылыуы хаҡында белдерҙе.
– Навигация мәлендә иген тейәп оҙатыу күләмен арттыра аласаҡбыҙ. Әлегә ул 50 мең тонна булһа, киләсәктә 150 мең тоннаға тиклем етеүенә ниәт тотабыҙ, – тине ул.
Һыу юлы аша продукция ташыу – иң отошлоһо. Ҙур күләмдәге йөктәрҙе ташып та сығымды шаҡтай кәметергә мөмкинлек бирә. Мәҫәлән, бер вагонға ни бары 71 тонна иген тейәп булһа, шул уҡ ваҡытта өс мең тонна һыйҙырышлы бер судно бер юлы 42 вагонды алып китә.
Әйткәндәй, быйыл тәбиғәт шарттары ауыл уңғандарын бигүк иркәләмәһә лә, Башҡортостанда бөртөклөләр уңышы күп йыллыҡ уртаса күрһәткестәрҙән юғарыраҡ күҙаллана. Яҡынса өс миллион тонна самаһы иген алырбыҙ тип көтөлә. Шулай уҡ 300 мең тонна көнбағыш, 50 – 60 мең тонна рапс һәм гәрсискә өмөт бар. Республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы, ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов әйтеүенсә, ашлыҡҡа ихтыяж ҙур. “Күҙ теймәһен, иген былтырғы йылдарҙан шаҡтай ҡыйбатыраҡҡа һатыла. Башҡортостан ашлығын тимер юл менән генә түгел, һыу юлы мөмкинлеген дә файҙаланып арттырырға теләйбеҙ икән, тимәк, аграр етештереүселәргә лә сауҙа баҙарына юл иркенерәк асыла”,– тине ул “Баҫыу көнө-2019” семинарында.
Читайте нас