Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
16 Август 2019, 17:15

“Алға” менән 18 һум ғына!

Сибай ҡалаһында “Алға” берҙәм транспорт картаһы эшләй башланы. Ҡала хакимиәте башлығы Рөстәм Афзалов шәхсән үҙе ошо карта ярҙамында йәмәғәт транспортында ҡулаҡсаһыҙ иҫәпләшеү өҫтөнлөктәрен тикшереп ҡараны.

– Ысынлап та, бик уңайлы. Картаны активлаштыраһың да, артабан уны “Һаҡлыҡ банкы Онлайн” ҡушымтаһы аша тулыландырып тораһың. Терминал аша түләү бик уңайлы, – тине Рөстәм Әхмәткәрим улы.

Ҡала эсендәге маршруттарҙа йөрөү хаҡы – 20 һум. “Алға” картаһы менән түләһәң, юл йөрөү 18 һумға төшә. Әлегә күптәр уға шикләнеп ҡарай, әммә киләсәктә халыҡ уның өҫтөнлөктәрен баһаларына ышаныс ҙур.

Тиҙҙән уҡыу йылы башланыу менән ҡаланан ситтә урынлашҡан Алтын, Арҡайым, Көньяҡ, Сармат ҡасабаларында йәшәгән балалар мәктәптәргә ашығасаҡ,ә уларҙы оҙатып йөрөгән ата-әсә “Алға” менән алға ынтыласағына өмөт ҙур.

Рөстәм Афзаловтың “Бәйләнештәге”сәхифәһенән.
Читайте нас: