Башҡортостан Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Григорий Невоструев үҙ вазифаһынан киткән. Был хаҡта “Коммерсант в Башкортостане” хәбәр итә.
Мәғлүмәттә әйтелеүенсә, чиновниктың һуңғы эш көнө 16 август булған. Артабан ҡайҙа хеҙмәт итерен белдереүҙән баш тартып, ул төҙөлөшкә бәйле федераль проектты тормошҡа ашырыу йәһәтенән тәҡдим килгәне хаҡында хәбәр иткән.
Григорий Невоструев дәүләт комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары вазифаһына ошо йыл башында тәғәйенләнгәйне. 2018 йылда шул уҡ комитеттың рәйесе булды.