Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
22 Август 2019, 15:16

Бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа – ҙур иғтибар

Сарала шулай уҡ федераль власть органдары, киң мәғлүмәт саралары, бизнес, Үзбәкстан, Ҡаҙағстан, Бразилия һәм Көньяҡ Африка Республикаһы илселектәре вәкилдәре ҡатнашты.

mgazeta.com
mgazeta.com
Ошо көндәрҙә Мәскәүҙә ШОС һәм БРИКС илдәренең бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ форумының программа комитеты ултырышы уҙғарылды.
Комитет рәйесе, Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин форумдың юбилей йылында ҡатнашыусыларҙы хайран итергә вәғәҙәләне.
– Республика был сараға етди әҙерләнеп өлгөрәсәк. Бер ай ваҡыт етә. Бишенсе юбилей форумы, ысынлап та, юғары кимәлдә үтергә тейеш тигән фекерҙәбеҙ. Республика мөмкин булғандың барыһын да эшләйәсәк, – тине ул.
Сарала шулай уҡ федераль власть органдары, киң мәғлүмәт саралары, бизнес, Үзбәкстан, Ҡаҙағстан, Бразилия һәм Көньяҡ Африка Республикаһы илселектәре вәкилдәре ҡатнашты.
Форум программаһына ингән темалар ШОС һәм БРИКС илдәре төбәктәрендә бәләкәй эшҡыуарлыҡ компанияларына булышлыҡ итеүгә, бизнесты яҡлауға, ижади индустрияны үҫтереүҙә ҡатын-ҡыҙҙың әһәмиәтенә, иҡтисадты үҫтереүҙең этәргесе булараҡ ғаилә эшҡыуарлығына һәм башҡа мәсьәләләргә ҡағыла.
Ултырыш аҙағында “Эшлекле Рәсәй”ҙең һәм форумды ойоштороу комитетының рәйестәше Андрей Назаров сараның үҙенсәлеклелеген билдәләне.
– Был – бәләкәй һәм урта бизнестың мәнфәғәтен сағылдырыу йәһәтенән халыҡ-ара киңлектәге берҙән-бер майҙансыҡ. Ошо йүнәлештә форум, эшҡыуарлыҡтың тышҡы баҙарға сығыуы мәсьәләһен хәл итеп, төп коммуникация һәм инновация элементына әүерелергә тейеш, – тине ул.
Читайте нас: