Иҡтисад
11 Сентября 2019, 16:32

Сентябрҙә өлгөрөп ҡалығыҙ

Эшҡыуарҙар, һеҙҙең өсөн!

Автор фотоһы.Автор фотоһы.
Автор фотоһы.
Башҡортостандың Урман хужалығы министрлығы бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ өсөн аукционға 28 лот ҡуйған.
Дөйөм ағас күләме 9,940 мең кубометр тәшкил итә. Һатырға ҡуйылған диләнкәләр Әбйәлил, Әлшәй, Архангел, Белорет, Йылайыр, Салауат һәм Хәйбулла урмансылыҡтары биләмәһендә урынлашҡан.
Аукцион 2 октябрҙә үтәсәк, ә ҡатнашырға теләгәндәрҙән ғаризалар 11 сентябрҙән 26 сентябргә тиклем ҡабул ителә. Тулы мәғлүмәтте министрлыҡтың сайтынан табырға мөмкин.
Читайте нас