Башҡортостан эшҡыуарҙары һәм компаниялары “ARMENIA EXPO 2019” күргәҙмә форумының эшлекле программаһы сиктәрендә Әрмәнстан компаниялары менән ундан ашыу осрашыу һәм һөйләшеү үткәрҙе.
“Осрашыуҙар уңышлы үтте, ҡайһы бер килешеүҙәр бар. Һөйләшеү процесы дауам итә, ваҡ мәсьәләләрҙе хәл итергә ҡалды”, – тине делегация етәксеһе, республиканың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Лена Изотова.
Бәйләнештәр уйынсыҡтар магазины селтәре, зоомагазиндар, ветеринар һәм аҙыҡ-түлек етештереү предприятиелары менән булдырылды. Бынан тыш, “Көньяҡ Урал үлсәү заводы” һәм “Контроль пакет” йәмғиәте вәкилдәре Прошян коньяк заводын барып ҡараны. “Goli Veterinar” компанияһы һәм “АШТАРАК ДЗУ” ҡошсолоҡ фабрикаһында осрашыуҙар планлаштырыла.
Республика экспозицияһын Рәсәйҙең Әрмәнстандағы сауҙа вәкиле Андрей Бабко ҡараны. Осрашыу барышында Башҡортостан менән Әрмәнстан компаниялары араһында сауҙа бәйләнештәрен үҫтереү темаһы ҡуҙғатылды.
Был бизнес-миссия “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты һәм “Башҡортостанда экспортты үҫтереү”, “Башҡортостанда хеҙмәттәр экспортын үҫтереү” төбәк проекттарын тормошҡа ашырыу сиктәрендә республиканың Экспортҡа ярҙам итеү үҙәге тарафынан ойошторолдо.