Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа үткән парламент тыңлауҙарында сәнәғәт һәм инновация сәйәсәте министры вазифаһын башҡарыусы Фәрит Ғилманов билдәләүенсә, Башҡортостанда еңел сәнәғәтте үҫтереү буйынса комплекслы саралар планын тормошҡа ашырыу өсөн республика Хөкүмәтенең резерв фондынан йыл һайын 466 миллион һум аҡса бүлеү мөмкинлеген ҡарарға кәрәк.
Әле ошо планды ахырғаса төҙөү, Финанс министрлығы иҫкәрмәләрен төҙәтеү йәһәтенән эш алып барыла. Артабан был план “Инвестиция сәғәте”ндә тикшереләсәк. Башҡортостан финанс министрының беренсе урынбаҫары Лилиә Истәмғәлина әйтеүенсә, комплекслы план сараларының 80 проценты йыл һайын бюджеттан финанслауҙы талап итә.
– Еңел сәнәғәт – объектив сәбәптәр арҡаһында һәр яҡлап ярҙамға мохтаж булған тармаҡтарҙың береһелер, моғайын, – тигән фекерҙә Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев.
Парламент тыңлауҙары йомғаҡтары буйынса Башҡортостан парламентына ҡануниәтте камиллаштырыу буйынса тәҡдимдәр әҙерләү өсөн еңел сәнәғәт өлкәһендәге закондарға мониторинг үткәрергә тәҡдим ителде.