Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
2 Октябрь 2019, 21:50

Ҡыш түләйбеҙ, йәй – юҡ

Нимә өсөн?

Фото Башҡортостан Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығынан
Фото Башҡортостан Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығынан
Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығында Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы кеше хоҡуҡтары һәм граждандар йәмғиәте үҫеше институты советы ҡатнашлығында йылылыҡ өсөн түләү мәсьәләләре буйынса "түңәрәк өҫтәл" үтте.


Билдәле булыуынса, 2019 – 2020 йылдан был юҫыҡта республика халҡы өсөн коммуналь түләүҙәр алымы үҙгәрә. Әлегәсә йылылыҡ өсөн 12 айҙа ла иҫәпләшһәк, хәҙер – һигеҙ ай өсөн генә. Бындай схемала түләүҙәр йорттағы дөйөм приборҙар иҫәбенән сығып билдәләнә. Әгәр улар юҡ икән – норматив буйынса.


Дөйөм алғанда, яңы схемаға күскәнлектән, йыл һөҙөмтәләре буйынса түләү артмаясаҡ. Бынан тыш, яҙ күп һорау тыуҙырған ҡабаттан хисаплауҙар булмаясаҡ.


Кәңәшмәлә шулай уҡ йылылыҡ өсөн түләүҙәр буйынса халыҡтан килгән ялыуҙар, ташламалар ҡаралған граждандарға субсидия һәм айлыҡ аҡсалата компенсация биреү, башҡа бәхәсле мәсьәләләр ҡаралды.
Читайте нас