Башҡортостандың урман хужалығы министры урынбаҫары Венер Вахитовтың республика парламентындағы сығышынан күренеүенсә, халыҡтан ҡарағай ағасы ҡырҡырға рөхсәт һорап яҙылған 12 мең ғариза йыйылған. Әммә ылыҫлы урмандар етешмәй.
Әйткәндәй, республикалағы урмандың 60 проценты артыҡ өлгөргән сорт булып иҫәпләнә, йәғни уны инде төҙөлөштә һәм башҡа кәрәк-яраҡҡа файҙаланырлыҡ түгел. Тик ҡарағай урмандары был иҫәпкә инмәй. “Улар ҡартайып өлгөрмәй, ҡырҡа ла башлайҙар”, – ти министр урынбаҫары. Шуға күрә йыл һайын ултыртылған йәш үҫентеләрҙең дә 93 проценты ылыҫлы ағастарға тура килә.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Ҡариҙел районында үткән “Урман форумы”нда ауыл халҡын ҡарағай менән тәьмин итеүҙе арттырырға ҡушҡайны. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай был һәйбәт башланғысты республика ҡануниәтенә индерергә йыйына. Ҡарағайҙы өй һалыу һәм ҡаралты йүнәтеү өсөн ауылдағы өс һәм унан да күберәк балалы ғаиләләргә, ауыл хужалығына эшкә килгән йәш белгестәргә бөгөнгө норманан күберәк алырға рөхсәт ителәсәк.