Ҡытайҙа Сычуань хеҙмәттәшлек һәм үҫеш форумы бара. Унда Башҡортостандан Премьер-министр урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Илшат Тажетдинов етәкселегендәге делегация ҡатнаша.
Илшат Азамат улы пленар ултырышта сығыш яһай, шулай уҡ энергетика һәм инфраструктура буйынса секцияла Башҡортостандың инвестиция ҡеүәте менән таныштырасаҡ.
Эш сәфәре барышында Сычуань провинцияһы губернаторы урынбаҫары Ван Фенгчао һәм Лэшань ҡалаһы мэры урынбаҫары Ляо Кечуан менән осрашыу ҡаралған, “Sichuan Railway Investment Group Co., ltd” дәүләт корпорацияһы, Чэнду планлаштырыу павильоны, “Яңы быуат” глобаль үҙәге, “UFUN” финанс үҙәге менән танышасаҡтар. Сычуандағы “Цзюньхэ” тирә-яҡ мөхитте яҡлау буйынса компания менән осрашыуҙа “Башҡортостандың Сибай ҡалаһы биләмәһендә цемент заводы төҙөү” инвестпроектын тормошҡа ашырыу мәсьәләһе лә ҡараласаҡ.
Әйткәндәй, Башҡортостан һәм Ҡытай араһында иҡтисадтан алып мәғариф өлкәһенә тиклем хеҙмәттәшлек тураһында 20-ләп килешеү һәм меморандум төҙөлгән. Шулай уҡ тышҡы сауҙа әйләнеше быйыл тәүге алты айҙа, 2018 йылдың ошо осоро менән сағыштырғанда, 45 процентҡа артҡан. Ә дөйөм алғанда, былтыр Башҡортостандың тышҡы сауҙа әйләнешендә Ҡытай Халыҡ Республикаһы өсөнсө урынды биләгән.