Баш ҡалабыҙҙа үҙ эшен башлаған “Урал энергетикаһы” халыҡ-ара форумы энергетика, электр техникаһы ҡорамалдары етештереүсе иң ҙур преприятиелар вәкилдәрен йыйҙы.
Уның күргәҙмәләрендә Рәсәйҙең 25 төбәгенән һәм ете сит илдән – Германия, Швейцария, Франция, Чехия, Польша, Ҡытай һәм Белоруссиянан 130 компания продукция өлгөләрен урынлаштырҙы.
“Беҙ ҡояш электр станциялары төҙөүҙе әүҙем алып барабыҙ, – тине Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Рәйеф Әбдрәхимов. – Төбәктә ҡояш генерацияһының дөйөм ҡеүәте 44 мегаватҡа етте. Башҡортостанда бәләкәй гидроэлектростанциялар ҙа төҙөлә”.
Форум майҙансығында ҡояш энергетикаһын үҫтереү мәсьәләһе буйынса ултырыш үткәреләсәк һәм Өфө мәктәптәренең береһе түбәһендә өйрәнсек ҡояш станцияһы урынлаштырыласаҡ. Проектты Германияның сит ил эштәре министрлығы финанслай.