Һөтһөҙ сәйҙе күҙ алдына ла килтереп булмай: аҡ юҡ икән, өҫтәлдең бер мөйөшө нисектер китек һымаҡ күренә. Шөкөр, уға ҡытлыҡ кисермәйбеҙ, үҙебеҙҙә лә күпләп етештерәләр.
Әммә бөгөн уйланырға урын бар, сөнки республикала 55 партия һөт һатыуҙан алынған. Эйе, супермаркет һәм магазиндарҙа һатылған был эсемлек сифатына тикшереү үткәргәндәр.
“Роспотребнадзор”ҙың Башҡортостан буйынса идаралығы хеҙмәткәрҙәре 710 төрҙө тикшереп, уларҙың бер өлөшө хәүефле булыуы ихтимал тип тапҡан. Тикшереүгә алынған продукцияның ун проценты – микробиологик, 8,3 проценты физик-химик күрһәткестәр буйынса мәжбүри талаптарға яуап бирмәгән. Тағы 1,5 процентының иһә ялған булыуы асыҡланған.
Ведомство хеҙмәткәрҙәре дөйөм күләме 220 килограмм тәшкил иткән 55 партия һөт продукцияһын һатыуҙан алған. Сәбәбе – уларҙың яраҡлылыҡ срогы сыҡҡан, һаҡлау, маркировкалау шарттары үтәлмәгән.
Тикшереү һөҙөмтәләре буйынса, сауҙа урындарына 215 мең һумлыҡ штраф һалынған, тип хәбәр итә ведомство хеҙмәткәрҙәре.