Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
13 Ноябрь 2019, 13:15

Һөттән табыш алалар

Ауылдың күпселек халҡы сәнәғәт предприятиеһында эшләһә лә, шәхси шөғөл булдырып, малсылыҡ тармағын һайлаған эшҡыуарҙар ҙа бар. Шуларҙың береһе – “Ҡадаев” крәҫтиән (фермер) хужалығы етәксеһе Шәһит Ҡадаев. Уңған фермер бөгөн 18 баш һауын һыйыры һауа, көндәлек һөттө урындағы комбинаттың ашханаһына һәм Бүребайҙағы магазин кәштәләренә сығара.

Эшҡыуарҙың 350 гектар ере бар, унда ул, күп йыллыҡ үләндәр сәсеп, малына етерлек күләмдә бесән эшләй. Йылдың ҡоро килеүенә ҡарамаҫтан, һәр баш малға шартлы рәүештә 33-әр центнер аҙыҡ берәмеге әҙерләнгән. Өс кешегә эш урыны булдырылған.

Ҡатыны Дилбәр Ҡәйүм ҡыҙы – иренең уң ҡулы: һәр эштә ярҙамлаша, һатыуҙан ҡалған һөттө ҡаймаҡлата һатыуға сығарыусы ла. Шулай уҡ баҙарҙа май, ҡорот, эремсек кеүек ризыҡтарын да ауыл кешеләре бик теләп һатып ала.

Шәһит Ҡадаев, 2011 йылда крәҫтиән (фермер) хужалығы асып, йәнә өс йылдан 1 миллион 300 мең һум дәүләт ярҙамы ала. Өр-яңы “МТЗ-82” тракторы һәм “симменталь” тоҡомло 18 баш тана һатып ала. Әле һыйырҙарҙың быҙаулау осоро башланған. Киләсәктә малдарҙы арттырыу теләге менән яна, шулай уҡ йылҡысылыҡ һәм һарыҡсылыҡты үрсетеү буйынса ла эш башлаған.
Читайте нас