Киләһе йыл йәй Өфөлә “Сочи даилогы” нигеҙендә Рәсәй төбәктәре һәм Австрия ерҙәренең төбәк форумы үтәсәк. Был турала ошо көндәрҙә генә билдәле булды.
Кисә рәсми эш сәфәре менән Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Андрей Назаров етәкләгән делегация Австрияға барҙы һәм Рәсәй илселегендә булды. Унда рәсми делегация ағзалары Рәсәйҙең Австриялағы Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы илсеһе Дмитрий Любинский менән осрашты.
Осрашыуҙа вице-премьер – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов, сәнәғәт һәм энергетика министры Александр Шельдяев, республиканың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Руслан Мирсәйәпов ҡатнашты.
Андрей Назаров менән Рөстәм Моратов дөйөм эштең өҫтөнлөклө йүнәлештәрен билдәләне.
– Беҙҙең өсөн Австрия менән хеҙмәттәшлек итеү – өҫтөнлөк. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров был мәсьәләгә ҙур иғтибар бүлә. Беҙ иҡтисадты үҫтереү өсөн даими рәүештә яңынан-яңы мөмкинлектәр эҙләйбеҙ, – тине Андрей Назаров. – Мәҫәлән, июндә асылған Өфө – Вена тура авиарейсы бизнес араһында ла, туристар өсөн дә бик популяр.
Дмитрий Любинский Башҡортостанды ағымдағы йылда старт алған йәмәғәтселектең “Сочи диалогы” Рәсәй-Австрия форумында әүҙем ҡатнашырға саҡырҙы. Форум форматында төбәк-ара бәйләнеш төп йүнәлеш булып тора.
– Октябрҙә Зальцбургта “Сочи диалогы” эгидаһы аҫтында ҡалалар һәм төбәктәр форумы үтте, унда Рәсәйҙең бер нисә субъекты ла ҡатнашты, – тине ул. – Хеҙмәттәшлекте киңәйткән ваҡытта, киләһе йылда “Сочи диалогы”н үткәреү өсөн һеҙҙең республика яҡшы майҙансыҡ булыр тип иҫәпләйем.
Осрашыу ваҡытында ике яҡлы хеҙмәттәшлектең башҡа йүнәлештәре лә ҡаралды. Һүҙ сәнәғәт, ауыл хужалығы, агросәнәғәт комплексы һәм туризм тармаҡтарындағы хеҙмәттәшлек тураһында барҙы.