Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
29 Ноябрь 2019, 23:45

Күрһәтерлек тәжрибә өлгөләре бар

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм Ростех дәүләт корпорацияһының генераль директоры Сергей Чемезов Өфө моторҙар эшләү берекмәһендә булды.

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм Ростех дәүләт корпорацияһының генераль директоры Сергей Чемезов Рәсәйҙә авиация двигателдәре етештереүсе иң эре предприятиела – Өфө моторҙар эшләү берекмәһендә булды.

Етәкселәр авиация двигателдәрен һынау цехын ҡараны. Ул аныҡ ваҡыт режимында тест һөҙөмтәләрен эшкәртеү мөмкинлеге биреүсе автоматлаштырылған үлсәү-мәғлүмәт системалары менән йыһазландырылған.

Радий Хәбиров һәм Сергей Чемезов шулай уҡ “Ми”, “Ка” вертолеттары өсөн деталдәр етештерелгән производство-технология үҙәгендә булды. Ул импортҡа алмаш программаһына ярашлы былтыр эшләй башлағайны.

Фотолар Башҡортостан Башлығы сайтынан.

Читайте нас