Иҡтисад
22 Декабря 2019, 10:35

Подольск ауылы күсерелә

Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаттары Таналыҡ ауылы биләмәһенең сиктәрен үҙгәртеү тураһындағы законды ҡабул итте.

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Хәйбулла районының Подольск ауылы янында баҡыр-цинк ятҡылығы руднигы төҙөлөшө башланыуын символлаштырып, республика Башлығы Радий Хәбиров менән Урал тау-металлургия компанияһы директоры Андрей Козицын шул урынға тәүге ташты һалғайны.
Ошо көндәрҙә Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаттары Таналыҡ ауылы биләмәһенең сиктәрен үҙгәртеү тураһындағы законды ҡабул итте. Документҡа ярашлы, быға тиклем Маҡан ауылы хакимиәтенә ҡараған 374 гектарҙан ашыу ер киләсәктә Подольск кешеләренә йорт төҙөү өсөн биреләсәк. Ә күсерелгән ауыл урынында күләмле инвестиция проекты тормошҡа ашырыла башлай, был майҙанда ер аҫты ҡаҙылмаларын сығарыу өсөн рудник төҙөләсәк.
Объекттың беренсе сиратын - 2025, ә икенсеһен 2032 йылда сафҡа индереү планлаштырыла. Инвестицияларҙың дөйөм күләме Урал тау-металлургия компанияһының үҙ аҡсаһына һәм йәлеп ителгән кредит ресурстары иҫәбенә 50 миллиард һум самаһы тәшкил итә.
Нисәмә йылдар дауамында ауыл икенсе урынға күсерелә тигән һүҙ йөрөүенә ауыл халҡы өйрәнеп тә бөткән. Шуға күрә кемдер төҙөлөш менән шөғөлләнергә, бында төпләнеп ҡалырға батырсылыҡ итмәй, оҙаҡ йылдар билдәһеҙлектә йәшәй. Әле килеп барыһы ла хәл ителеүенә, ниһайәт, асыҡлыҡ индерелеүенә Подольск халҡы ҡәнәғәт. Кемдер яңы урында йорт һалырға теләһә, икенселәр ситкә китергә теләк белдергән. Яңы ауыл ҡайтанан Подольск тип аталырмы-юҡмы, уныһы билдәһеҙ, әммә яңы предприятие сафҡа инһә, табыш күләме 4,3 тоннаға етер, 1400 хеҙмәткәр өсөн яңы эш урыны барлыҡҡа килер, ятҡылыҡ 44 йыл буйына файҙаланыу мөмкинлеген бирер тип күҙаллана.
Фотолар Хәйбулла районы хакимиәте сайтынан.
Читайте нас