Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
27 Декабрь 2019, 14:12

Шундай етәкселәр бар!

Әбйәлил районындағы “Красная Башкирия” ауыл хужалығы кооперативы үҫемлекселек һәм малсылыҡ менән ныҡлап шөғөлләнгән, ерҙең уңдырышлылығын күтәреү буйынса сит илдәрҙең тәжрибәһен өйрәнеп, республикала тәүгеләрҙән булып үҙ баҫыуҙарында һынап ҡараған, Рәсәйҙә беренселәрҙән булып сафҡа ингән роботлаштырылған һөт-тауар фермаһы төҙөүе менән Башҡортостанда ғына түгел, хатта тотош донъяға билдәле.

Салауат Юлаев ордены кавалеры, Башҡортостандың атҡа­ҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Раил Фәхрисламовтың тырыш­лығы менән хужалыҡта йылдан-йыл техника паркы яңыртыла, фермаларға заманса ҡорамал­дар һатып алына. Бөгөн хужа­лыҡтың баҫыуҙарында тиҫтәләгән сит илдең ҡеүәтле техникаһы иңләүендә етәксенең әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ ҙур. Төбәктә беренселәрҙән нуль техно­логияһын уңышлы ҡулланған хужалыҡ үҙ паркын Аргентинала етештерелгән сәскестәр, комбайндар менән тулыландырған.
Хужалыҡтың Фәүҡинур Солтанова исемендәге Һамар һөт-тауар фермаһы бөгөн тулыһынса роботтар ҡулына күскән. Улар үҙҙәре үк һыйырҙарҙы һауа, малға бесән һала, уны тарата һәм мал ҡураһын таҙарта. Республиканың өҫтөнлөклө инвестиция проекты нигеҙендә тормошҡа ашырылған заманса ферма киләсәктә һөт етештереү күләмен арттырыуға һәм уның сифатын яҡшыртыуға булышлыҡ итәсәк.
“Красная Башкирия” йәмғиәте рәйесе Раил Фәхрисламовтың йәнә бер эше һоҡланыуға лайыҡ. Уның башланғысы менән фермала эшләүсе белгестәргә торлаҡ төҙөлә. Электән торған ике ҡатлы бинаға өр-яңы капиталь ремонт үткәрелгән, ҡыйығы алмашты­рылған, эстән заманса бар уңай­лыҡтар булдырылған. Эшселәр өсөн балконлы бер бүлмәле өс фатир сафҡа инәсәк. Бер фатирҙың дөйөм майҙаны 50 кв.м. тәшкил итә. Беренсе ҡатта гараж төҙөлә.
Совет осоронда нығыныу алған, замандан бер аҙым алға атлаған, һәр саҡ яңы алымдар ҡулланып, юғары уңыштарға өлгәшкән маҡсатлы етәксе Раил Фәхрисламовтың һәр аҙымы маҡтауға һәм хуплауға лайыҡ.
Читайте нас