Республикабыҙ илдә иң уңышлы иҡтисадҡа эйә буласаҡ.
Башҡортостан элек-электән Рәсәйҙең иң ҡеүәтле индустриаль үҙәктәренең береһе һанала. “2024 йылға тиклем социаль-иҡтисади үҫештең стратегик йүнәлештәрендә беҙ амбициялы бурыстар ҡуйҙыҡ, уңыштарға өлгәшергә кәрәк булғанда, юғарыраҡ кимәлгә маҡсат тоторға кәрәк, тип иҫәпләйем”, тигәйне Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ошо йүнәлештәр буйынса Указға ҡул ҡуйғанда. Иҡтисади тармаҡтарҙың йылдам үҫеше шундай маҡсаттар ҡуйырға нигеҙ була ла инде. Үтеп барған йылдың был үҫешкә йоғонто яһаған ниндәй үҙенсәлектәрен күрһәтергә була?
“Йылдың туғыҙ айы буйынса төп капиталға инвестициялар индексы 115 процент тәшкил итте”, – тип белдерҙе Башҡортостан Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәләрҙең береһендә республика етәксеһе Радий Хәбиров. Беренсе ярты йыллыҡта күрһәткес 113,6 процент (106 миллиард һум) булғайны. “Бынан алдағы өс йылда күрһәткес кәмегән тип әйтергә мөмкин. Уҙған йылдарҙа башланған әүҙем эшебеҙ үҙ емештәрен бирә. 2024 йылға инвестициялар күләмен 500 миллиард һумға еткерергә тейешбеҙ, бының өсөн йыл һайын үҫеште 10 процентҡа арттыра барырға кәрәк”, – тине ул.
Башҡортостандың инвестиция комитеты быйыл дөйөм хаҡы яҡынса 170 миллиард һум тәшкил иткән 103 проектты ҡараны. Башҡортостан Хөкүмәте Аппараты етәксеһе урынбаҫары Александр Шельдяев һүҙҙәренсә, республиканың инвестиция портфеле әле – 31 миллиард һум, ә 2020 йылда 39 миллиард һум була. Күпселек проекттар Ауыл хужалығы министрлығы йүнәлеше буйынса килде. Хупланған инвестиция проекттары буйынса туғыҙ инвестиция килешеүе һәм аҡса күләмен арттырыу, ғәмәлгә ашырыу ваҡытына төҙәтмәләр индереү тураһында алты өҫтәмә килешеү төҙөлдө. Уларға ярашлы, 2030 йылға тиклем 13,3 миллиард һумлыҡ дәүләт ярҙамы күрһәтеү күҙаллана.
Радий Хәбиров даими үткәргән “Инвестиция сәғәте” һөҙөмтәле эшләгән майҙансыҡҡа әүерелде, унда эшҡыуарҙар бизнесты үҫтереү һорауҙарына яуаптар таба.
– Инвесторҙарҙы инвестиция комитеты ултырыштарында ҡатнашырға саҡырам. Муниципалитет башлыҡтарына эшҡыуарлыҡ берләшмәһе менән эште әүҙемләштерергә кәрәк. Аңлашыла, бөтә ерҙә лә ҙур инвесторҙар юҡ, ләкин етәкселәр әүҙемлек күрһәткән урында һөҙөмтә бар. Республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, ауыл хужалығы министры Илшат Илдус улы Фәзрахманов, мәҫәлән, был мәсьәлә менән етди шөғөлләнә. Министрлыҡҡа ошондай позиция өсөн рәхмәт әйткем килә, – тигәйне Радий Фәрит улы ошондай “Инвест-сәғәт”тәрҙең береһендә.
Башҡортостандың Cәнәғәтте үҫтереү фонды ла булдырылды, ул Рәсәй Федерацияһының Сәнәғәтте үҫтереү фонды системаһына инә. Уның төп бурысы – яңы юғары технологиялы продукция етештереүгә, конкурентлыҡҡа һәләтле етештереү ҡеүәттәре булдырыуға, техник яңыртыуға йүнәлтелгән проекттарҙы берлектә финанслағанда ташламалы хаҡҡа займдар биреү.
Халыҡ-ара белгестәр баһаһы – ыңғай
Алдағы йылдарҙа Башҡортостан Рәсәйҙең иҡтисади яҡтан иң уңышлы төбәктәренең береһе буласаҡ. Был хаҡта “Moody’s” рейтинг агентлығы тикшеренеүенә һылтанма менән ТАСС хәбәр итте. Рейтинг агентлығы аналитиктары фекеренсә, илдең иҡтисади имен субъекттары иҫәбенә Башҡортостан менән бер рәттән Ханты-Манси автономиялы округы һәм Татарстан, шулай уҡ Мәскәү һәм Ленинград өлкәләре ингән.
“Нефткә хаҡтарҙың юғары булыуы һәм һумдың девальвацияһы һөҙөмтәһендә сеймал сығарған төбәктәргә инвестициялар көслө. 2020 йылда иҡтисади шарттар үҙгәрмәҫ тип көтәбеҙ”, – тип билдәләй аналитиктар. Бынан алда “Moody’s” агентлығы Башҡортостандың оҙайлы кредит рейтингын да ыңғай фараз менән “Ва2” кимәлендә раҫлағайны.
Улар республиканың данын күтәрә
Башҡортостандың ауыл хужалығы ла ил төбәктәре араһында иң көслөләрҙең береһе булып танылған. Быйыл да улар һынатманы. Аграр тармаҡтың иң ҙур күләмлеһе һәм ҡатмарлыһы – иген һәм ҡуҙаҡлы культураларҙы урып йыйыу. Кампанияның төп өлөшө ямғырлы көндәргә тура килеүенә ҡарамаҫтан, быйыл ауыл уңғандары өс миллион тоннанан ашыу уңыш йыйып алды. Гектар ҡеүәте уртаса 19,8-шәр центнер тәшкил итте, был алдағы йылға ҡарағанда юғарыраҡ.
Үҫемлекселектең башҡа тармаҡтары ла яҡшы һөҙөмтәләр бирҙе. Өс шәкәр заводы 0,5 миллион тонна шәкәр сөгөлдөрө эшкәртте. Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығы хәбәр итеүенсә, быйыл республикала ошо культураның уртаса уңышы гектарынан 360 центнерға етте (былтырғы күрһәткестән 65 центнерға юғарыраҡ). Тулайым уңыш былтыр 701 мең тонна булһа, быйыл ул 785 мең тонна тәшкил итте.
Быйыл бер нисә ҙур малсылыҡ комплексы төҙөлөшө тамамланды. Йәрмәкәй районында 2800 һыйырға иҫәпләнгән “Семен-Маҡар” ҙур малсылыҡ комплексы йылына 22 мең тоннанан ашыу юғары сортлы һөт етештереүгә иҫәпләнгән. Бында 3200 баш һөт тоҡомло йәш мал аҫрау өсөн майҙансыҡтар бар. Инвестицияларҙың дөйөм күләме яҡынса өс миллиард һум тәшкил итә. “Төньяҡ Нива Башҡортостан” компанияһын ойоштороусы “ЭкоНива” Рәсәй-Германия компаниялар төркөмө ошо комплекста 112 яңы эш урыны булдырырға вәғәҙә итә.
Ҡалтасы районында “Еңеү” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте 1200 һауын һыйыры өсөн беренсе мега-ферма төҙөлөшөн тамамлай. Әбйәлил районында иһә Башҡортостандағы тәүге роботлаштырылған һөт-тауар фермаһы эшләй башланы. “Красная Башкирия” хужалығының был инвестиция проектының дөйөм хаҡы – 420 миллион һум самаһы. Яңы төҙөлгән ике тентлы һыйыр аҙбарына 12 “Lely Astronaut A5” һауын роботы ҡуйыла. Инвестиция проекты ҡара-сыбар тоҡомло 800 тана һатып алыуҙы күҙ уңында тота. Һөҙөмтәлә бында һөт етештереү йыл һайын 7,2 мең тоннанан кәм булмаҫҡа тейеш.
Быйыл шулай уҡ Шишмә һөт заводы тулы ҡеүәтенә сыҡты. Эшҡыуарҙарҙың республикабыҙ биләмәһендә бизнесты үҫтереү менән ҡыҙыҡһыныуын күрәбеҙ.
– Башҡортостанда инвесторҙарға ярҙам алырға мөмкинлек биргән шарттар тәҡдим итәбеҙ, һәр проект “Инвестиция сәғәте” кәңәшмәләрендә ентекле тикшерелә. Бөгөн республика агросәнәғәт комплексы – инвестициялар һалыу йәһәтенән иң мөһимдәренең береһе, – ти республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов.
Аҙыҡ-түлекте эшкәртеү предприятиелары ла үҫеш юлында. Был йәһәттән ауыл уңғандары ла ҡалышмай. Ауырғазы районында, мәҫәлән, һөт малсылығында үҙенең проекттары менән билдәле “Уңыш” ауыл хужалығы предприятиеһы ит йүнәлеше буйынса ла шөғөлләнә башланы. Ошо көндәрҙә хужалыҡ Солтанморат һөт-тауар фермаһында һимертеү майҙансығын асты. Бында 1500 үгеҙ бар. Киләсәктә Ишле ауылында өс мең башҡа иҫәпләнгән тағы бер бина төҙөргә йыйыналар. Һимертеү майҙансыҡтарында үгеҙҙәр 600 килограмға тиклем үҫтерелә.
Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығында белдереүҙәренсә, республикала ит малсылығын үҫтереү программаһы эшләй. Биш йыл дауамында тереләй ауырлыҡта мал һәм ҡош етештереүҙе 500 мең тоннаға тиклем еткереү күҙаллана.
Ә Хәйбулла районында Тимерхан Хәкимовтың крәҫтиән (фермер) хужалығында сыр ҡайнатыу цехы асылды. Бында ярым ҡаты, шулай уҡ ҡаты сырҙар етештереү күҙаллана. Әлеге ваҡытта бында ҡаты сырҙың дүрт төрөн әҙерләйҙәр. Һөттө башҡа фермер хужалыҡтарынан һатып алалар. Уны эшкәртеү ҡеүәте әлегә тәүлегенә 500 литр тәшкил итә. Бындай миҫалдарҙы күпләп килтерергә мөмкин.
Ауыл ерендәге социаль мәсьәләләрҙең хәл ителеше лә иҡтисади ҡеүәт кимәленә бәйле. Башҡортостанда 2020 йылда “Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү” федераль программаһы эшләй башлай. Ул ағымдағы йылда тамамланған “Ауыл биләмәләрен тотороҡло үҫтереү” дәүләт программаһына алмашҡа килә. Республиканың Ауыл хужалығы министрлығы яңы программала ҡатнашырға әҙерләнгән, тип хәбәр иттеләр ведомствонан. Төбәктә 140 саҡрымдан ашыу газ торбаһы һәм 157 саҡрым һыу үткәргес төҙөүгә ғариза бирелгән. 40 ҡасаба – газ, 50-һе һыу менән тәьмин ителергә тейеш.
Ауыл хужалығы министрлығы 1300-ҙән ашыу ғаиләнең торлаҡ шарттарын яҡшыртыуҙы субсидияларға, ауыл һәм ҡала ерендә яңы балалар һәм спорт майҙансыҡтарын, скверҙарҙы, ял зоналарын һәм башҡаларҙы төҙөкләндереү буйынса 150-нән күберәк проектты ғәмәлгә ашырырға ниәтләй, 10-ға яҡын фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөү бурысы тора.
Башҡортостанда юл һалыу һәм төҙөкләндереү эше бығаса булмаған тиҙлектә бара һәм уның башҡарыу сифаты ла күпкә яҡшырҙы. 2024 йылға тиклем “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты сиктәрендә дөйөм суммаһы 33,4 миллиард һумға юл төҙөкләндереү ҡаралған. Уның 9,4 миллиард һумы – федераль бюджеттан, 24 миллиард һумы республика ҡаҙнаһынан бүленә. Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты аңлатыуынса, ошо милли проектты тормошҡа ашырыу барышында федераль финанслау күләмен арттырыу мөмкинлеге лә өйрәнелә.
Шулай уҡ быйыл Өфөлә 77 юл объекты төҙөкләндерелде. Улар Октябрь проспектында, Бөрө трактында, Ленин, Комаров, Калинин, Баҡалы, З. Биишева урамдарында башҡарылды. Быйыл башланған Баландин бульварын һалыуҙы 2020 йылға тамамлау күҙаллана. Бынан тыш, Өфө – Шишмә трассаһында ҡаршылыҡ кәртәһе, ә Трамвай, Рәсәй, Степан Кувыкин урамдарында йәйәүлеләр кәртәһе ҡуйыла. Башҡортостандың баш ҡалаһында милли проект нигеҙендә яңы фото видеотеркәү камералары, ә 11 объектта яҡтыртҡыстар урынлаштырыла.
Өфө юлдарының милли проект программаһы буйынса норматив талаптарға тап килгән өлөшө 2024 йылға 86,5 процентҡа етергә тейеш. Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты мәғлүмәттәренә ярашлы, бөтәһе 40 саҡрымдан ашыу төбәк һәм муниципаль-ара әһәмиәттәге автомобиль юлдарын һәм 74,4 саҡрым урындағы әһәмиәттәге юлдарҙы ремонтлау күҙаллана.
Башҡортостанда быйыл 100 саҡрымға яҡын федераль юл да төҙөкләндерелде. “Урал буйы” федераль автомобиль юлдары идаралығы хәбәр итеүенсә, быйыл башҡарылған ремонт эштәренең хаҡы – 4,5 миллиард, автомобиль юлдарын һәм яһалма ҡоролмаларҙы ҡарауға сығым 1,3 миллиард һум тәшкил иткән. Эштең төп өлөшө Р-240 Өфө – Ырымбур автомобиль юлына тура килә. Ҡырмыҫҡалы, Стәрлетамаҡ, Мәләүез, Көйөргәҙе райондары һәм Салауат ҡалаһы аша үткән юлдарҙа бөтә ҡатлам алмаштырылды, шулай уҡ юл сите нығытылды, яңы ҡаршылыҡ кәртәһе һәм яҡтыртыу ҡоролмаһы ҡуйылды.
Күптән түгел Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың Өфө районына эш сәфәрендә “Өфөмебель” компанияһының төп етештереү цехтары менән танышҡайны. Компания хужаһы Виктор Кочубей һүҙҙәренсә, улар республика мәктәптәрен сифатлы йыһаз менән тәьмин итергә әҙер, бының өсөн компанияла бөтә шарттар бар. Күптән түгел был предприятие Өфө районының Чесноковка ауылындағы яңы мәктәпте мебель менән тәьмин итеү өсөн тендерҙа еңеп сыҡты.
Ҡариҙел районында экспорт сифатлы бысылған материалдар етештереү цехын төҙөү буйынса инвестиция проекты тормошҡа ашырыла. Был эш тә районда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың эш сәфәре мәлендә һәм уның фатихаһы менән башланып киткәйне. Проект етәксеһе Рөстәм Хисмәтуллин һөйләүенсә, планлаштырылған инвестициялар күләме – 10 миллион һум. Цехта автоматлаштырылған механик үткәргес һатып алғандан һуң бер мең кубометрға тиклем продукция етештереү күҙаллана. 2003 йылдан бында ағас әҙерләү предприятиеһы – “Нур” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте эшләй.
– Беҙҙең продукция Өфө баҙарҙарына һәм төҙөлөш магазиндарына оҙатыла, Литва менән килешеү төҙөнөк. Улар беҙгә 500 мең һум тауар кредиты бүлде һәм тағы инвестиция итеп яҡынса өс-дүрт миллион һум бүлергә әҙер, Литва яғына башҡорт ағасының сифаты оҡшай, – ти Рөстәм Хисмәтуллин.
Күмертау йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһендә киләсәктә Ҡытай инвесторы – “Юаньянвэйли” Цзянси сауҙа-сәнәғәт компанияһы ҡатнашлығында фиброцемент плитәләр етештереү заводын төҙөү күҙаллана.
– Республикабыҙға әлеге продукция килтерелгәйне инде, был уға ихтыяж булыуын раҫланы, шуға күрә үҙебеҙҙә ошондай плитәләр етештереү Башҡортостан өсөн көнүҙәк, – тине республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Илшат Тажетдинов. Проектҡа инвестициялар күләме яҡынса ике миллиард һум булыр һәм 300 кешене эш урыны менән тәьмин итер тип көтөлә.
Бынан тыш, республика Хөкүмәтендәге “Инвестиция сәғәте” ултырыштарында Яңауыл районында 2,5 мең баш малға һөт-тауар комплексы, Мәләүез районында мал салыу урынын һәм Ишембай районында органик ҡалдыҡтарҙы эшкәртеү цехын төҙөү проекттары ла ҡаралды.