Эксперттар күҙаллауынса, ҡара икмәктең ҡиммәтләнеүе ихтимал. Сәбәбе – былтыр арыш уңышының түбән булыуы.
“Росстат” мәғлүмәттәренә ярашлы, былтыр арыштың тулайым йыйымы 1,429 миллион тонна тәшкил иткән. 1965 йылдан иҫәпләгәндә, был культураның уңышы 2019 йылда иң түбәне булған.
“Яҡын киләсәктә арыш хаҡы артасаҡ, шул уҡ ваҡытта сауҙа күләме түбәнәйәсәк. Киләһе айҙарҙа бер тонна өсөн артым 500–700 һум тәшкил итеүе ихтимал. Белоруссиянан арыш оно алыу күҙаллана. Шулай уҡ икмәк етештереүселәр тарафынан арыш онон икенсе сортлы бойҙай онона алмаштырыу ҙа хаҡты бер аҙ тотҡарлар, тип ышанабыҙ, – тине Агроаналитика үҙәгенең моделләү һәм күҙаллау идаралығы етәксеһе Рудольф Булавин.
Уның әйтеүенсә, былтыр ноябрҙә арыш етештереүселәрҙең уртаса хаҡы 43 процентҡа (1 тоннаға 8942 һумға тиклем), ә эшкәртеүселәр тарафынан арышты һатып алыу хаҡы 44 процентҡа (12665 һумға тиклем) артҡан.
Рәсәй икмәк бешереүселәр һәм кондитерҙар гильдияһы президенты Юрий Кацнельсон да арыш ононан һәм арыш менән бойҙай оно ҡатнашмаһынан бешерелгән икмәктең, башҡа ризыҡтарҙың ҡиммәтләнеүен күҙаллай. Уның билдәләүенсә, хаҡтың үҫеше бер йылда 6,5-7 процент тәшкил итәсәк. Бер үк ваҡытта торлаҡ-коммуналь хужалыҡтағы тарифтарҙың, ҡуртым ставкаһының, яғыулыҡ-майлау материалдарына, транспорт хеҙмәтенә, төргәккә хаҡтың үҫеүе лә икмәк хаҡына ҙур йоғонто яһай. “Росстат” мәғлүмәттәре буйынса, 2017–2018 йылдарҙа арыш һәм арыш-бойҙай икмәгенә уртаса ҡулланыу хаҡы 3,1 һәм 5,4 процентҡа, 2019 йылдың ноябре аҙағында 5,8 процентҡа артҡан.