Иҡтисад
28 Января 2020, 09:45

Радий Хәбиров: “Аграрийҙарҙан рәхмәт һүҙен даими ишетәбеҙ”

Төбәк етәксеһе унда етештереү һәм ауыл хужалығы предприятиеларының, мәҙәниәт һәм спорт учреждениеларының эшмәкәрлеге менән таныша.

Бөгөн республика Башлығы Радий Хәбиров эш сәфәре менән Миәкә районына юл алды. Төбәк етәксеһе унда етештереү һәм ауыл хужалығы предприятиеларының, мәҙәниәт һәм спорт учреждениеларының эшмәкәрлеге менән таныша, муниципалитет халҡы һәм етәкселеге менән биләмәләрҙе үҫтереү мәсьәләләре буйынса фекер алыша.
Миәкәтамаҡ ауылында Радий Хәбиров райондағы агросәнәғәт комплексының төп предприятиеһы – “Маяҡ” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә булды. Йәмғиәт 2007 йылдан иген, техник һәм башҡа культуралар үҫтереү, һыйыр малы үрсетеү, ит һәм һөт етештереү менән шөғөлләнә. Йыл һайын аграрийҙар хужалыҡты үҫтереүгә инвестиция һала, заманса техника, ҡорамалдар һатып ала. Былтыр ғына ошо маҡсатҡа 25 миллион һум самаһы аҡса йүнәлткәндәр. Республика программалары буйынса ла предприятиеға ҙур ярҙам күрһәтелгән.
– Ауыл хужалығы министрлығы техника, ҡорамалдар һатып алыуҙы субсидиялау йәһәтенән тотош программаны тормошҡа ашыра. Аграрийҙарҙан уның өсөн рәхмәт һүҙҙәрен даими ишетәбеҙ, – тине төбәк етәксеһе. – Әле ошо тәжрибәне еңел сәнәғәткә күсерергә ниәтләйбеҙ.
Фото: glavarb.ru
Читайте нас