Республикабыҙҙың төньяҡ-көнсығышында Дыуан районының “Уралтау” ауыл хужалығы предприятиеһы тураһында ишетмәгәндәр бик һирәк. Ул төрлө тармаҡта уңышлы эшләй, шуларҙың береһе – малсылыҡ.
Төбәктә тиҫтә йылға яҡын билдәле “Уралтау” предприятиеһы райондағы бер нисә хужалыҡты үҙенә берләштерә. Етәкселәре уңған, эшселәре тырыш, хеҙмәт хаҡы ваҡытында түләнә. Шуға күрә йәш белгестәр ҙә бында килергә атлығып тора. Әйткәндәй, ошонда эш урыны тапҡандар араһында йәштәр күберәк.
“Уралтау” заманында бөлгөнлөккә төшкән “Урал” колхозы нигеҙендә ойошторолған. Әлбиттә, уны ҡабаттан тергеҙеү өсөн эшҡыуар Таһир Зариповҡа күп көс һәм аҡса сарыф итергә тура килә. Хатта сит илдәр, башҡа төбәктәр тәжрибәһен дә өйрәнеп ҡайта етәксе. Һөҙөмтә ҡыуандыра – бөгөн предприятие йылдам үҫешә, төньяҡ-көнсығыш төбәктә иң эре хужалыҡтар иҫәбендә.
Бер аҙҙан хужалыҡҡа элекке “Рәсәй” колхозы ҡушыла, бөгөн унда сусҡа комплексы ла эшләй.
“Уралтау”ҙа әле ике мең баштан ашыу һыйыр малы аҫрала, сусҡа, һарыҡ һәм йылҡы тоталар. Хужалыҡ ит эшкәртеүҙе яйға һалған. Заманса ит комбинатында төрлө ярымфабрикаттар, тиҫтәгә яҡын төр колбаса етештерелә. Әйткәндәй, ит комбинаты бөтә санитар талаптарға ла яуап бирә, хеҙмәткәрҙәрҙең эшен еңеләйтеү маҡсатында һәр цехта заманса һәм ҡеүәтле ҡорамалдар урынлаштырылған.
– Халыҡ беҙҙең продукцияны яратып һатып ала, хатта ҡайһы саҡ етмәй ҙә ҡала, – ти генераль директор Заһир Таһир улы Зарипов. – Етештерелгән ит аҙыҡтары йәмғиәттең сауҙа нөктәләренә һатыуға сығарыла. Бынан тыш, күрше өлкәләрҙә лә продукцияға ихтыяж ҙур.
Шулай уҡ ит комбинаты сусҡа, йылҡы һәм һыйыр итен дә һатыуға сығара. Әйткәндәй, бында иттең хаҡы түбән, уны күрше райондарҙан да килеп алалар.
Әлбиттә, малсылыҡта бындай уңышҡа үҙ эшен еренә еткереп башҡарғандарҙан тыш өлгәшеп булмай. “Уралтау”ҙа тап шундайҙар эшләй ҙә инде. Етәкселек хатта кемделер айырып билдәләргә теләмәй, “һәр береһе маҡтауға лайыҡ, ундай тырыштар менән тау аҡтарырға ла була”, ти.