Иҡтисад
26 Февраля 2020, 11:00

Өфө сәнәғәтселәрҙе сәләмләне

Бөгөн беҙ Рәсәй сәнәғәт форумын үткәреү йәһәтенән изге йоланы ғәмәлгә индерәбеҙ: йыл һайын өр-яңы предприятие асасаҡбыҙ.

Бөгөн Өфөләге ВДНХ-Экспо майҙансығында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ХIХ Рәсәй сәнәғәт форумын асыу тантанаһында ҡатнашты. Уның эшендә Рәсәйҙән, Германиянан, Италиянан, Белоруссиянан 150-нән ашыу компания ҡатнаша.
– Бына ун туғыҙынсы тапҡыр инде Өфө һәм Башҡортостан Республикаһы Рәсәй сәнәғәт форумында ҡатнашыусыларҙы сәләмләй, – тине Радий Хәбиров. – Форум хеҙмәттәшлек, берлектәге эш өсөн нигеҙ һалыр, тип ышанабыҙ. Башҡортостан – Рәсәй Федерацияһының йылдам үҫкән төбәктәренең береһе. Республика сәнәғәт үҫешендә етди уңыштарға эйә. Минеңсә, һәр ҡайһыбыҙҙың уртаҡлашырлыҡ тәжрибәһе бар. Бөгөн беҙ Рәсәй сәнәғәт форумын үткәреү йәһәтенән изге йоланы ғәмәлгә индерәбеҙ: йыл һайын өр-яңы предприятие асасаҡбыҙ. Әле иһә Бөрйән ҡояш электр станцияһы эшен башлайбыҙ.
Фото: glavarb.ru
Читайте нас