Иҡтисад
6 Апреля 2020, 08:00

Хәйбуллала юлдар төҙөкләндерелә

Илдәге киҫкен хәл Хәйбулла юл төҙөү һәм ремонтлау идаралығы хеҙмәткәрҙәрен ҡурҡытмаған, улар ауылдарҙағы соҡор-саҡырҙы ямауға тотонған.

Юл - тормош көҙгөһө. Уларҙың төҙөклөгө төбәктең социаль торошон билдәләй. Һәр хәлдә беҙҙең республикала йәшәүселәр яҡшы юлдар менән маҡтана алмай. Теткеләнеп-тишкеләнеп бөткән юлдарҙан үткәндә, яңы һатып алған автомашиналарыбыҙҙы йәлләп, йөрәктәр өҙгөләнә.
Был яҡтан Хәйбулла районында йәшәүселәргә һис тә бошонорға түгел. Илдәге киҫкен хәл Хәйбулла юл төҙөү һәм ремонтлау идаралығы хеҙмәткәрҙәрен ҡурҡытмаған, улар ауылдарҙағы соҡор-саҡырҙы ямауға тотонған. Юлсылар ремонт эштәрендә эҫе асфальт һалыу ысулын ҡуллана. Тәүгеләрҙән булып юлдарҙы ямау эштәре Аҡьяр-Юлдыбай-Сара, Аҡъяр-Сибай автомобиль юлдарында башҡарыу планлаштырыла. Әле эшселәр Бүребай ауылы янындағы 2 саҡрым юлды ремонтлай.
Фото: Хәйбулла район хакимиәте сайтынан.
Читайте нас