Туймазыла Радий Хәбиров шулай уҡ “Корона” йәмғиәтенең ортопедия матрастары фабрикаһының етештереү майҙансығында булды. Ул етештереү циклын, әҙер продукция келәтен, фирма магазинын ҡарап сыҡты, һатыу баҙары менән ҡыҙыҡһынды.
Республика Башлығы Туймазыла эшләгән йыһаз етештереүселәр – “Велес”, “Апогей” компанияларының продукция өлгөләре менән танышты. Сәнәғәт һәм энергетика министры Александр Шельдяев әйтеүенсә, муниципалитет биләмәһендә профилле кластер төҙөлә, министрыҡ уға комплекслы ярҙам күрһәтеү мөмкинлеген ҡарай.
– Етештереүҙе һаҡлап ҡалыуығыҙ ҡыуаныслы. Хәҙер йыһаз тармағы ауыр хәлдә. Беҙ сауҙа селтәрҙәрен астыҡ, был сара ыңғай һөҙөмтә бирәсәк. Яңы проекттарҙы тормошҡа ашырырға әҙер булһағыҙ, республика, һис шикһеҙ, булышлыҡ итер, – тине Радий Хәбиров.
Ошонда уҡ төбәк Башлығы Туймазы бетон ташығыс автомобилдәр заводының техника өлгөләрен ҡарап сыҡты.
Радий Хәбиров преприятие етәкселеге менән иҡтисадтың төрлө тармаҡтары өсөн техника ассортиментын киңәйтеү тураһында фекер алышты. Уның әйтеүенсә, башҡа төбәктәрҙәге тәьминәтселәр менән уңышлы конкурентлыҡ итеү өсөн Башҡортостанға үҙебеҙҙең етештереүсе кәрәк.