Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Республика йортонда “Төҙөлөш һәм транспорт сәғәте” форматында тематик онлайн-кәңәшмә үткәрҙе. Унда һүҙ Өфөнөң юл-транспорт инфраструктураһы объекттары төҙөлөшө хаҡында барҙы.
Кәңәшмә башында республиканың Төҙөлөш һәм транспорт буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Рәмзил Күсәрбаев Шаран ауылында физкультура-һауыҡтырыу комплексын төҙөү барышы тураһында һөйләне. Асыҡланған етешһеҙлектәр арҡаһында проектҡа төҙәтмәләр индерелгән. Ошо сәбәпле, эштәр башланғанда тотҡарлыҡтар булған. Подрядсы ошо аҙнала төҙөлөштө башларға һәм 2020 йылдың ноябренә тиклем объектты тамамларға ниәтләй.
Төбәк етәксеһе киләһе “Төҙөлөш сәғәте”ндә тағы бер тапҡыр физкультура-һауыҡтырыу комплексына бәйле хәл хаҡында һөйләшергә ҡушты.
– Был – социаль йәһәттән мөһим объект, уны мөмкин тиклем тиҙерәк файҙаланыуға тапшырырға кәрәк. Әгәр подрядсы графикты боҙа икән, ундай ойошма менән эшләүҙе туҡтатырға кәрәк, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Хәбиров.
Артабан кәңәшмәлә ҡатнашыусылар Баҡалылағы барьер ҡоймалары һәм цинкланған тимерҙән һыу үткәреү торбалары етештереү буйынса “Стройсервис” предприятиеһы эшмәкәрлеге хаҡында һөйләште. Баҡалы районы хакимиәте башлығы Алексей Андреевтың һүҙҙәренә ҡарағанда, был продукция күперҙәр, туннелдәр һәм юл хужалығының башҡа объекттарын төҙөгәндә файҙаланыла ала.
Республиканың Төҙөлөш һәм транспорт буйынса дәүләт комитеты рәйесе Алан Марзаев тармаҡ конкурстарында уңышлы ҡатнашыу өсөн тәҡдим ителгән изделиеларға хаҡтарҙың кимәле мөһим, тип аңлатты. Ошо уҡ ваҡытта металл торбалар, тимер-бетонлылары менән сағыштырғанда, ташыу һәм монтажлау йәһәтенән уңайлыраҡ.
– Беҙҙең юлдар тармағында бындай изделиеларҙы файҙаланыу өсөн бер ай эсендә был йүнәлеште ентекле өйрәнеүҙе һорайым, – тине Радий Хәбиров.
Өфө ҡала хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Салауат Хөсәйенов Өфөнөң юлдар инфраструктураһын үҫтереү буйынса тәҡдимдәрен әйтте. Эрерәк проекттарҙың береһе – Салауат Юлаев проспектының дауамын – маршал Жуков урамынан һәм Ауыл Богородский урамына тиклем өлөшөн – төҙөү. Альтернатив варианты – Ватутин урамынан Интернациональ урамға тиклем автоюлды һалыу.
Вице-премьер Рәиф Әбдрәхимов аңлатыуынса, проектлаусы белгестәр ҡатнашлығындағы кәңәшмәлә проспекттың үҫеше буйынса икенсе вариант ҡулайлыраҡ тип табылған. Быйыл транспорт коридорын проектлауҙы башлап, төҙөлөштө бер нисә этапҡа бүлеү яҡшы.
Башҡортостан Башлығы республика Хөкүмәтенә масштаблы проектты тормошҡа ашырыу өсөн федераль аҡсаны йәлеп итеү варианттарын эшләргә ҡушты.