Башҡортостан
+22 °С
Дождь
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
15 Июль , 23:00

Металлургия комбинаты алдынғыларына – наградалар

Йәкшәмбе металлургтар һөнәри байрамын билдәләй. Ошо уңайҙан Белорет металлургия комбинаты алдынғылары бүләкләнде.

Металлургия комбинаты алдынғыларына – наградалар

Йәкшәмбе металлургтар үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләй. Ғәҙәттә, элек был көндө белореттар Ҡала көнө булараҡ билдәләп, ҙур байрам ойоштора ине. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ундай күләмле сара быйыл да булмаясаҡ. Шуға күрә бөгөн комбинат директоры Сергей Федоров менән район хакимиәте башлығы Андрей Иванюта алдынғыларҙан бер төркөмдө йыйып ҡотланы.

Лайыҡлыларға “Башҡортостандың атҡаҙанған металлургы” исеме, Башҡортостан Республикаһының, Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың Почет грамоталары, муниципаль һәм тармаҡ наградалары тапшырылды.

БМК йәмғиәте директоры әйтеүенсә, комбинат етештереү күләмен арттыра. Күптән түгел унда тимер сым-канат етештереүҙе модернизациялау буйынса ҙур инвестиция проекты тормошҡа ашырыла башлаған.

 “Проект Башҡортостан Хөкүмәте һәм Рәсәй Сәнәғәт министрлығы ярҙамы менән ғәмәлгә инә. Беҙ бөгөн йыһан өлкәһе өсөн канаттар етештерә башланыҡ, мәҫәлән, “ҡара йәшниктәр” өсөн кеше сәсенән дә нәҙегерәк сым сығарабыҙ. Күптән түгел 1-се цехта тимер сым етештереү маҡсатында тәүге дүрт стан эшләй башланы. Бындай машиналарҙың һанын ун икегә еткерәсәкбеҙ. Продукциябыҙ Европа баҙарына сығасаҡ”, - тип бәйән итте Сергей Федоров.

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Эльвира Айытҡолова сығышында төбәктәр араһында сәнәғәт сәйәсәте һөҙөмтәлелеге рейтингында республиканың беренсе урынды биләүен билдәләне.

“Рейтингтың төп күрһәткестәре – төбәктә сәнәғәткә ярҙам итеү саралары, эшлекле әүҙемлек, сәнәғәт етештереү күрһәткестәре һәм башҡалар. Ысынлап та, республикала был тармаҡҡа ҙур ярҙам күрһәтелә, быны БМК миҫалында асыҡ күрәбеҙ. Белоретты Рәсәйҙең метиз баш ҡалаһы тип юҡҡа атамайҙар. Комбинат үҫешә, алға бара. Предприятиеның экологик нормаларҙы күҙәтеүгә һәм модернизациялауға йүнәлеш алыуы бигерәк тә ҡыуаныслы”, - тине депутат.

Бүләкләнгәндәр араһында Бардиндар династияһы бар, уларҙың комбинатта дөйөм эш стажы - 70 йыл. Сарала иң алдынғы коллективтар ҙа билдәләнде. Йыл йомғаҡтары буйынса, БМК-ның дүрт цехы алдынғы булып танылды. Шуларҙың береһе – микросымдар цехы. Уға берҙән-бер начальник ҡатын-ҡыҙ Галина Матвеева етәкселек итә.

Әйткәндәй, киләһе йыл Белорет металлургия комбинаты 260 йыллыҡ юбилейын билдәләйәсәк.

Фото Белорет районы хакимиәтенән.

 

 

Автор:Римма Султанова