Башҡортостан
+28 °С
Дождь
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
19 Июль , 15:00

"Бизнестың ҙуры ла, уртасаһы ла, бәләкәйе лә мөһим"

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә республикала ит етештереү һәм эшкәртеү тураһында ниҙәр яҙҙы?

"Бизнестың ҙуры ла, уртасаһы ла, бәләкәйе лә мөһим"

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә республикала ит етештереү һәм эшкәртеү тураһында яҙып сыҡты.

“Беҙҙең республика – илдә итте иң күп етештереүсе. Һыйыр ите буйынса бөтөнләй беренсебеҙ. Шул уҡ ваҡытта төбәктә урындағы иттән әҙер ризыҡтар өлөшөнөң артыуын теләйбеҙ.

Традицион “Инвестиция сәғәте” ултырылштарында ит эшкәртеү проекттарын даими тикшерәбеҙ. Уларҙың бер өлөшө, мәҫәлән, Мәләүез районындағы “Строгонов” һыуытҡыс-һуғым предприятиеһы проекты тормошҡа ашырылды. “Таврос” компаниялар төркөмөнөң ит эшкәртеү комплексын төҙөү проекты ғәмәлгә индерелә башлай.

Дәүләкән ит ярымфабрикаттары комбинаты үҫә, республиканан ситтә лә танылыу яулап өлгөрҙө. Ул сығарған билмән, манты, өсбосмаҡтар конвейерҙан уҡ бөтә ил буйлап тарала. Предприятие йылына биш мең тонна продукция етештерә.

Ихтыяж ҙур булғанға күрә, Дәүләкәндә производствоны киңәйтеп, яңы цех асырға әҙерләнәләр. Проектҡа инвестиция 140 миллион һум тәшкил итә. Яңы 100 эш урыны булдырыла, продукция күләме 1,5 тапҡырға артасаҡ.

“Белорет” йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһенә йәнә бер резидент инде. “АВиК” предприятиеһы ит ярымфабрикаттары, тоҙло, бешкән, ҡыҙҙырылған, ыҫланған, ҡаҡланған ит етештермәксе. Дөйөм ҡарашҡа, проект әллә ни ҙур түгел, инвестиция күләме – өс миллион һум. Әммә республика өсөн бизнестың ҙуры ла, уртасаһы ла, бәләкәйе лә мөһим. Шуға күрә барыһына ла булышлыҡ итәбеҙ”, – тип яҙҙы Радий Хәбиров.

Фото: vk.com/radiyhabirov

Сығанаҡ: vk.com/radiyhabirov

Автор:Лилия Давлетбакова