Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
10 Сентябрь 2021, 22:30

"Республика халҡына файҙа килтерербеҙ тип ышанам"

Форум барышында Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров "Арктик Пауэр Кэпитал"ды ойоштороусыларҙың береһе Владимир Тощенко менән осрашты.

"Республика халҡына файҙа килтерербеҙ тип ышанам"
"Республика халҡына файҙа килтерербеҙ тип ышанам"

Бөгөн Сибайҙа үткән III Бөтә Рәсәй "Урал аръяғы-2021" инвестһабантуйында эшлекле һөйләшеүҙәр булды, төрлө майҙансыҡтар эшләне. Сарала федераль һәм төбәк дәүләт учреждениелары, Рәсәй һәм сит ил бизнесы вәкилдәре, инвесторҙар, эксперттар ҡатнашты.

Форум барышында Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров "Арктик Пауэр Кэпитал"ды ойоштороусыларҙың береһе Владимир Тощенко менән осрашты.

Андрей Назаров белдереүенсә, Сибайҙың инфраструктураһы әлегә баш ҡаланыҡынан ҡалыша, әммә Хөкүмәт тарафынан был йәһәттән уңайлы шарттар булдырыу маҡсатында ҙур эштәр башҡарыла, шул иҫәптән күләмле саралар үткәреүгә лә ынтылыш ҙур. Иң мөһиме - инвесторҙар менән һөҙөмтәле хеҙмәттәшлек республикаға һәм Урал аръяғы иҡтисадына ҙур файҙа килтерәсәк.

"Инвестһабантуй үткәреп, халыҡтың тормош кимәлен, эшҡыуарҙар өсөн инфраструктураны яҡшыртабыҙ", - тине Андрей Назаров. Премьер-министр фекеренсә, Урал аръяғында стратегик фекерле һәр эшҡыуар һәм инвестор өсөн өҫтәмә мөмкинлектәр бар.

"Әлегә был биләмә баһаланып бөтмәгән, әммә инфраструктура үҫешә. Айырым алғанда, Сибай - Һары тимер юлын төҙөү планлаштырыла. Ул - Ҡаҙағстанға мәғдән ебәрергә мөмкинлек биргән йүнәлештәрҙең береһе. Тимер юл бөтөн илгә кәрәк. Айырым алғанда, ул Сибайға ятҡылыҡтарҙы эшкәртеү, логистиканы яҡшыртыу һәм арзанайтыу мөмкинлеге бирәсәк. Әлегә инвестиция мөхитен шул рәүешле формалаштырабыҙ, ул Рәсәйҙә иң яҡшылар рәтендә булырға тейеш. Бөгөн Стратегик башланғыстар агентлығының инвестиция рейтингында бишенсе урындабыҙ. Киләсәктә һөҙөмтәне тағы ла яҡшырта алырыбыҙға ышанам", - тип белдерҙе Премьер-министр.

Шулай уҡ Андрей Назаров күптән түгел Әбйәлил районында "Цемекс" заводы асылыу ваҡиғаһын телгә алды. "Был Австрия эшҡыуары тәүҙә Өфөлә предприятие булдырып, төбәктең мөмкинлектәрен баһалап, республикала артабан үҙ бизнесын дауам итте", - тине ул һәм "Арктик Пауэр Кэпитал" компанияһы менән дә оҙаҡ йылдар партнер буласағыбыҙға ышаныс белдерҙе.

"Беҙ республиканың, Сибайҙың ҙур мөмкинлектәрен тоябыҙ, һеҙҙең менән бергә үҫешергә теләйбеҙ. Уртаҡ проекттар өсөн кәрәкле инвестицияларҙы тәү сиратта энергетика өлкәһенә һалырға әҙербеҙ. Республика халҡына файҙа килтерербеҙ тип ышанам", - тине Владимир Тощенко.

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас: