Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
13 Сентябрь 2021, 19:00

98 миллиард һумлыҡ 23 килешеү төҙөлдө

Бөгөн Хөкүмәттәге кәңәшмәлә инвестиция һабантуйы эшенә йомғаҡ яһалды. 

98 миллиард һумлыҡ 23 килешеү төҙөлдө
98 миллиард һумлыҡ 23 килешеү төҙөлдө

9-10 сентябрҙә Сибайҙа үткән Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы ҡатнашыусылары яңы проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн 98 миллиард һумлыҡ 23 килешеүгә ҡул ҡуйҙы. Был турала бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева һөйләне.

Инвестиция һабантуйына ҡатнашыусылар бөтә илдән килде, шулай уҡ Төркиә, Ҡаҙағстан, Белоруссиянан вәкилдәр булды. Барлыҡ санитар талаптарҙы үтәп үткәрелгән ике көнлөк форумдың программаһы бик күп эшлекле сараны үҙ эсенә алды.

Тәүге көндө Global Management Challenge стратегия һәм бизнесҡа идара итеү халыҡ-ара чемпионатының төбәк этабы финалы үтте. Бизнес-шерифтар, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ вәкилдәренән торған һигеҙ команда 24-25 сентябрҙә Түбәнге Новгород ҡалаһында үтәсәк Рәсәй финалында Башҡортостан исеменән сығыш яһау өсөн көс һынашты. Һөҙөмтәлә финалға сыҡҡан команда иҫәбенә Хәйбулла, Борай, Стәрлетамаҡ, Ҡыйғы районы бизнесмендары инде.

10 сентябрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров форумдың пленар ултырышында ҡатнашты. Уның һөҙөмтәләре буйынса эксперттар республиканың инвестиция йәһәтенән ылыҡтырғыслығын юғары баһаланы.

Форум барышында төбәктең Инвестиция комитеты ултырышы үтте, унда көньяҡ-көнсығыш төбәкте үҫтереүгә бәйле башланғыстар ҡаралды. Радий Хәбиров “Макдоналдс” йәмғиәтенең генераль директоры Марк Карен менән хеҙмәттәшлек итеү тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйҙы. Уға ярашлы, алдағы биш йылда компания ете яңы ресторан төҙөйәсәк һәм 600 эш урыны булдырасаҡ. Инвестиция күләме 650 миллион һум тәшкил итә.

Инвестиция һабантуйын ойоштороусылар бик бай туристик һәм мәҙәни программа әҙерләгән. Ике гастрономия фестивале үтте, Сибай буйлап ҡунаҡтарға экскурсия ойошторолдо.

Маргарита Болычева һабантуйҙы үткәреү майҙансығының юғары әҙерлеклеген билдәләне. Сара өсөн ҡалала күп объекттар, биналар фасады һәм юлдар ремонтланған.

Радий Хәбиров форумды ойоштороусыларға ҙур рәхмәт әйтте. Ул да Сибайҙың һуңғы йылдарҙа матурланыуын, тәртипкә килеүен билдәләне. Шул уҡ ваҡытта бында дәүләт программаларын тормошҡа ашырыу дауам итә, ихаталар, урамдар, парктар төҙөкләндерелә.

– Сибай өлгөһөндә шуға инандыҡ: беҙҙә төҙөкләндереү мәсьәләһенә ҙур иғтибар бүленә, был йәһәттән йылдам үҫеш кисерәбеҙ. Республика халҡы беҙҙән тап ошоно көтә. Шуға күрә “Башҡорт ихаталары” һәм башҡа программаларҙы туҡтатырға ярамай, – тине Радий Фәрит улы.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: