Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
19 Октябрь 2021, 09:35

Иҡтисади зыяны ла ҙур

pixabay.com
Фото:pixabay.com

“Роспотребнадзор” мәғлүмәттәренә ҡарағанда, 2020-2021 йылдарҙа пандемиянан илгә килгән иҡтисади зыян биш триллион һумға яҡын тәшкил иткән. Был йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәре, яман шеш, ВИЧ һәм башҡа инфекциялар килтергән зыян бөтәһе бергә алынғандан биш тапҡырға ҙурыраҡ.

Ни өсөн был сығымдарҙы “Роспотребнадзор” иҫәпләгән? Сәбәбе ябай: сығымдарҙың төп өлөшө һаулыҡ һаҡлау, социаль ярҙам күрһәтеү, ҡулланыусыларға компенсация биреү кеүек йүнәлештәргә ҡарай. Айырыуса һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә сығымдар күп: дарыу хаҡы, медицина хеҙмәтләндереүе өсөн түләү, эшләп йөрөгәндәргә больничный сығымдары. Бынан тыш, туранан-тура булмаған иҡтисади юғалтыу ҙа ҙур ғына, ул – хеҙмәткәрҙәрҙең “боль­ничный”ҙа булыуы, инвалидлыҡ бирелеү һәм иртә үлеү арҡаһында тулайым эске продукттың кәмеүе.

Мәскәү мэры Сергей Собянин белдереүенсә, пандемия баш ҡалаға 650 миллиард һум зыян килтергән. Шуның 350 миллиард һумы ковидҡа ҡаршы көрәшкә тотонолһа, 200 – 250 миллиард һумы – баш ҡала ҡаҙнаһына алынып етке­релмәгән һалымдар һәм йыйымдар.

2020 йылға саҡлы иҡтисадҡа иң ҙур зыян ғәҙәттәге киҫкен респиратор вирус инфекцияһынан (ОРВИ) килә ине. Былтыр Рәсәй уның арҡаһында ғына ла 600 миллиард һумды юғалтты. Был Мәскәү өлкәһенең ҡаҙнаһына тиң, ә бит уның бюджеты Рәсәй төбәктәре араһында өсөнсө урынды биләй.

Ҡайҙан йыйылған шул хәтлем ҙур сумма? Сирләүселәрҙең ғәйәт күп булыуынан: былтыр ил халҡының 23 проценты ОРВИ менән сирләгән икән, дауалау учреждениеларында ошо сир рәсми теркәлгән осраҡтар 33 миллиондан аша. “Роспотребнадзор” таныуынса, был “үҫеш”кә лә коронавирус йоғонто яһаған.

Шуныһы ла бар: был сир менән ауырыусылар төрлө төбәктәрҙә төрлөсә. Иң аҙ осраҡ Чечняла теркәлгән (һәр 100 мең кешегә ҡарата 600 осраҡ), ә бына Ямал-Ненец автономиялы округында һәр икенсе кеше сирләй икән. Белгестәр аңлатыуынса, эш бында климатта ғына түгел – Чечня халҡының 25 проценты ауыл ерендә йәшәй һәм, күрәһең, медицина учреждениеларына ла һирәк мөрәжәғәт итәләр, шуға сир ҙә рәсми теркәлмәй һәм статистикаға эләкмәй.

 

Пандемия арҡаһында иҡтисади юғалтыу

 

*Табиптарға түләү (7 процент).

*Һаулыҡ һаҡлауға сығымдар (10 процент).

*Халыҡҡа һәм бизнесҡа түләүҙәр (11 процент).

*Демографик юғалтыу (15 процент).

*Локдаун арҡаһында юғалтыуҙар (57 процент).

 

“Роспотребнадзор” сайтынан.

Читайте нас: