Иҡтисад
11 Ноября 2021, 14:00

Министр “Башпотребсоюз” рәйесе итеп һайланды

Ул үҙенә күрһәтелгән ышаныс өсөн рәхмәт әйтте, әле ойошмала юғары иғтибар талап иткән йүнәлештәрҙе атаны.

Добавить в предпочтительные источники Google
Министр “Башпотребсоюз” рәйесе итеп һайландыМинистр “Башпотребсоюз” рәйесе итеп һайланды
Министр “Башпотребсоюз” рәйесе итеп һайланды

Кисә, 10 ноябрҙә, Өфөлә “Башпотребсоюз”дың ҡулланыусылар йәмғиәте һәм кооперативтары вәкилдәренең сираттан тыш йыйылышында Совет рәйесе һайланды. Тауыш биреү һөҙөмтәһе буйынса был вазифаға республиканың сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев һайланды.

Йыйылышта шулай уҡ "Үҙәксоюз"дың проекттар үҙәге етәксеһе Александр Ермаков, төбәктәр менән эш итеү идаралығы начальнигы Александр Казачков ҡатнашты.

Алексей Гусевты был вазифаға тәҡдим итеүгә уның тауар үткәреү сылбырын булдырыу буйынса юғары һөҙөмтәле системалы эшмәкәрлек ҡороуы торған. Был сылбырға шулай уҡ етештереүселәр, эшкәртеүселәр, транспорт һәм комплектлау логистикаһы, ритейл инә. Тауарҙы үткәреүсе ошондай сылбырҙар булдырыу төбәктең тауар хәүефһеҙлегенә ҙур өлөш индерә. Өҫтәмә эш урындары барлыҡҡа килә. Шулай уҡ эшмәкәрлеккә үҙмәшғүлдәр йәлеп ителә, бының өсөн уларҙан артып ҡалған тауарҙар һатып алына. Был йүнәлештә ҙур мөмкинлектәрҙе “Башпотребсоюз” системаһы аса, уның тауар үткәреү сылбырының һәр этабына ҡағылышы бар.

Алексей Николаевич “Башпотребсоз”дың ҡулланыусылар йәмғиәте вәкилдәренә күрһәткән ышанысы өсөн рәхмәт әйтте, әле юғары иғтибар талап иткән йүнәлештәрҙе атаны.

"Айырып алғанда, республика кооперацияһын төбәк программаларына индереү, профессиональ кадрҙар әҙерләү, йәмәғәт туҡланыуы күләмен арттырыу. Махсус иғтибар ҡулланыусылар йәмғиәтенең социаль туҡланыуҙа ҡатнашыуына һәм дикоростар йыйыу программаһын үҫтереүгә йүнәлтеләсәк", – тине Алексей Гусев.

Белешмә өсөн:

Алексей Николаевич Гусев 1982 йылдың 17 ғинуарында Мәскәү өлкәһенең Коломна ҡалаһында тыуған. Коломна дәүләт педагогия институтын тамамлаған.

Төрлө йылдарҙа Коломна ҡалаһындағы балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбендә тренер-уҡытыусы, Мәскәүҙәге “Телеком Т3” йәмғиәтендә менеджер, төркөм етәксеһе, “Интраск” йәмғиәтендә башҡарма директор, Мәскәү өлкәһенең Химки ҡалаһында “АнЗаСт” предприятиеһы генераль директоры, Мәктәптә туҡланыу комбинаты етәксеһе булып эшләй. 2019 – 2020 йылдарҙа – Башҡортостандың Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары, комитет рәйесе.

Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=53355

Фото: Хөкүмәт сайты, bigpicture.ru

Автор:Альфия Мингалиева