Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
24 Ноябрь 2021, 17:00

Үҙебеҙҙә эш урындары буласаҡ

Башҡортостандың Үҫеш корпорацияһының генераль директоры Наил Ғәббәсов быйылғы 10 айлыҡ эш йомғаҡтары тураһында һөйләне.

Үҙебеҙҙә эш урындары буласаҡ
Үҙебеҙҙә эш урындары буласаҡ

Бөгөн Башҡортостандың Үҫеш корпорацияһының генераль директоры Наил Ғәббәсов “zoom” системаһы аша матбуғат конференцияһы үткәрҙе: быйылғы 10 айлыҡ эш йомғаҡтары тураһында һөйләне, журналистарҙың һорауҙарына яуап бирҙе.

“Быйылғы ноябрь аҙағына ҡарата беҙҙә 91 проект бар, уларҙың инвесторҙар тәҡдим иткән дөйөм хаҡы 84,9 миллиард һум тәшкил итә. Уларҙы тормошҡа ашырыу алты меңгә яҡын яңы эш урыны барлыҡҡа килеүенә ярҙам итәсәк, – тине Наил Шамил улы. – Уларҙан 28 проект өҫтөнлөклө исемлеккә индерелгән, ә туғыҙы ҙур әһәмиәткә эйә тип табылған. Һәр килгән проектҡа айырым менеджер беркетелә, ул ошо проект буйынса килеп тыуған бөтә мәсьәләләрҙе хәл итә барырға тейеш”.

Генераль директор әйтеүенсә, ойошма йыл башынан алып 1328 потенциаль инвестиция майҙансығына анализ яһаған һәм уларҙы презентациялауҙың яңы ысулы ҡулланыуға индерелгән. Быйылғы үткән айҙарҙа корпорация хеҙмәткәрҙәре 61 проектҡа финанс моделдәрен һәм бизнес-пландарын эшләгән һәм 18 бизнес-кейс яһаған.

Матбуғат конференцияһы барышында Наил Ғәббәсов идарасы компанияһы ошо корпорация булған “Алға” махсус иҡтисади зонаһының эшмәкәрлеге тураһында ла һөйләне. Бөгөнгә был махсус зонала ун компанияға резидент статусы бирелгән. Уларҙың бишәүһе был статусты былтыр ғына алды. Был резиденттарҙың дөйөм инвестицияһы 23,1 миллиард һум тәшкил итә.

“Башҡортостан Республикаһын үҫтереү корпорацияһы” акционерҙар йәмғиәте республика етәксеһенең 2010 йылдың декабрендәге Указы нигеҙендә барлыҡҡа килгән. Уның маҡсаты – Башҡортостан биләмәһендә инвестиция проекттарын тормошҡа ашырырға ярҙам итеү. Уларҙың был хеҙмәтләндереүе барлыҡ стадияларҙа – концепцияны эшләгәндән алып объектты файҙаланыуға тапшырғанға саҡлы – заказсылар өсөн түләүһеҙ. Менеджерҙар үҙ эшен Башҡортостан биләмәһендә үҫтерергә теләгән бөтә инвесторҙарға ла комплекслы ярҙам күрһәтергә әҙер.

Автор фотоһы.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас: