Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
26 Ноябрь 2021, 13:30

Заводтың мөлкәтен һатмайҙар

Инвалидтар заводта күпләп ҡыҫҡартыуҙар көтөлөүе тураһында белдергәйне...

Заводтың мөлкәтен һатмайҙар
Заводтың мөлкәтен һатмайҙар

Башҡортостандың Сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министрлығында ведомство башлығы Александр Шельдяев етәкселегендә “Белавтодеталь” заводының эшен ойоштороу мәсьәләһе буйынса кәңәшмә булды. Унда ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова, Дөйөм Рәсәй инвалидтар йәмәғәт ойошмаһының Башҡортостан республика ойошмаһы вәкилдәре, “Белавтодеталь” һәм “Белорет УПП ВОС” предприятиелары етәкселәре ҡатнашты.

– “Белавтодеталь” – комплектлау өлөштәре етештереү буйынса уникаль завод. Унда 100-ҙән ашыу инвалид эшләй. Беҙ заводты үҫтереү юлдарын ҡарарбыҙ. Быйыл етештереүҙе техник тәьмин итеүгә сығымдың бер өлөшөн 80 процентҡа субсидияларға ҡарар ителде. Хөкүмәт был маҡсатҡа 20 миллион һум аҡса бүлде, – тине министр Александр Шельдяев.

Субсидия инвалидтарҙың дөйөм Рәсәй ойошмалары берҙән-бер ойоштороусыһы булған предприятиеларға сығарылған продукция күләмен арттырыу, шулай уҡ Бөтә Рәсәй һуҡырҙар йәмғиәте предприятиеларының етештереү ҡеүәтен, инвалидтар өсөн эш урындарын һаҡлап ҡалыу өсөн бирелә.

Ленара Иванова әйтеүенсә, “Белавтодеталь” заводының инвалидтар өсөн эш урындары һаҡлап ҡалынасаҡ.

– 28 октябрҙә Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығына “Автодеталь” йәмғиәтенең Өфө филиалындағы инвалид хеҙмәткәрҙәрҙән эштә күпләп ҡыҫҡартыуҙар көтөлөүе тураһындағы мөрәжәғәте килде. Унда билдәләнеүенсә, бының сәбәбе – Бөтә Рәсәй һуҡырҙар ойошмаһы милкендәге предприятиены һатыу. Шул уҡ ваҡытта хеҙмәткәрҙәргә Рәсәй Хеҙмәт кодексының 180-се статьяһына ярашлы эштән бушатыу тураһында белдереү ҡағыҙы ебәрелмәгән, – тип хәлгә аңлатма бирҙе Ленара Иванова.

Александр Шельдяев Хөкүмәт менән завод араһында әүҙем бәйләнеш булдырылыуы хаҡында белдерҙе.

– Беҙ заводта етештереү күләмен арттырыу мөмкинлеген ҡарарбыҙ, хеҙмәткәрҙәргә  ярҙам күрһәтербеҙ – заказдар менән тәьмин итербеҙ, – тине ул.

Бынан тыш, былтыр Башҡортостандың Сәнәғәтте үҫтереү фонды заводты яңыртыуға 15 миллион һум йүнәлткән. Ике берәмек ҡорамал һатып алынған, һөҙөмтәлә ғәмәлдәрҙе башҡарыуға түгелгән көс 10 тапҡырға кәмегән.

Мәғлүм булыуынса, Рәсәй Йәмәғәт палатаһының асыҡ мөхит һәм инклюзив практикаларҙы үҫтереү комиссияһы рәйесе Диана Гурцкая Генераль прокуратураға предприятиены һатыу арҡаһында күреү һәләте буйынса инвалидтарҙан торған завод коллективын күпләп ҡыҫҡартыуға бәйле хәлде тикшереүҙе һорап мөрәжәғәт иткәйне. 25 ноябрҙә Бөтә Рәсәй һуҡырҙар йәмғиәте идараһы “Белавтодеталь” заводының Өфөләге филиалы мөлкәтен һатыу ниәтенән баш тартты.

Фото: pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=53720

Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=53720

 

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: