Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
29 Ноябрь 2021, 21:30

"Агростартап" гранттары ярҙам иткән

"Республика Ауыл хужалығы министрлығының грант программаларында әүҙемерәк ҡатнашығыҙ".

"Агростартап" гранттары ярҙам иткән
"Агростартап" гранттары ярҙам иткән

Балаҡатай районынан алты кеше, “Агростартап” гранттарын файҙаланып, фермер булған. Улар 2019-2021 йылдарҙа гранттарҙы алыу буйынса конкурстарҙа ҡатнашҡан һәм, 2,3-тән 3,4 миллион һумға тиклем аҡса отоп, үҙ эшен башлай алған.

Өс фермер – ит, икәүһе һөт өсөн мал тотһа, тағы берәүһе йылҡысылыҡ менән шөғөлләнә.

"Бөгөн Балаҡатай районындағы ауыл хужалығының тулайым продукцияһы малсылыҡ иҫәбенә формалаша, - тип белдерҙе республика вице-премьеры – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов Башҡортостан Хөкүмәтенең күсмә кәңәшмәһендә. – Был малсылыҡтың биләмәлә отошло йүнәлеш булыуы менән бәйле, тәү сиратта иҡтисади йәһәттән артабан да уңышлы үҫеш өсөн аныҡ мөмкинлектәр бар. Малсылыҡ, йылҡысылыҡ, умартасылыҡ кеүек тармаҡтар бәләкәй хужалыҡ итеү формалары секторында ҙур резерв булып тора".

Илшат Фәзрахманов балаҡатайҙарҙы республика Ауыл хужалығы министрлығының грант программаларында әүҙемерәк ҡатнашырға саҡырҙы. Әлегә 2022 йылда “Агростартап” грантына конкурста был райондан ете кеше көсөн һынарға ниәтләй. Улар урындағы "Эшҡыуарлыҡ сәғәте" кәңәшмәһендә ҡатнашыу өсөн ғариза яҙған. Бизнес-проекттарын презентациялаясаҡтар.

Фото: https://pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=53809

 

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: