Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
29 Ноябрь 2021, 22:00

Нисек йәшәйһең, Балаҡатай?

Күсмә ултырышта райондағы һәр тармаҡ эшмәкәрлеге ныҡлы тикшерелде.

Нисек йәшәйһең, Балаҡатай?
Нисек йәшәйһең, Балаҡатай?

Бөгөн Премьер-министр Андрей Назаров Хөкүмәттең Балаҡатай районындағы социаль-иҡтисади үҫеш мәсьәләһенә арналған күсмә ултырышын үткәрҙе.

– Бөгөн, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бәләкәй ҡасабалар һәм алыҫ райондарҙағы тормош кимәле ҙур ҡалаларҙағыға етә алмай. Шуға күрә бында демографик хәл шәптән түгел, күптәр йәшәү өсөн уңайлыраҡ урын эҙләй. Ә кешеһеҙ ерҙәрҙе үҫтереп булмай. Балаҡатайҙарҙың үҙ бизнесын алып барыуы, эшләүе, балалар үҫтереүе, киләсәк тураһында уйлауы ҡыуандырҙы. Власть органдарының бурысы – кешеләр тыуған ерендә мөмкинлектәр күрергә һәм шунда үҫешергә тейеш, – тигән һүҙҙәр менән асты ултырышты Андрей Назаров.

Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Урал Килсенбаев, райондың проблемаларын хәл итеү өсөн барлыҡ кимәлдәге депутат корпустарын йәлеп итергә кәрәк, тине.

Балаҡатай районы хакимиәте башлығы Мәсхүт Миңлеғәлин төп доклад менән сығыш яһаны. Райондың ҙур һәм уртаса ойошмаларының быйыл ғинуар - сентябрҙәге әйләнеше 786,2 миллион һум тәшкил иткән, был уҙған йылдың ошо ваҡыттағы күрһәткестәренә ҡарата 106,5 процент тәшкил итә.

– Йыл һайын Балаҡатай районына территориаль заказ сиктәрендә Юл фондынан автомобиль юлдарын тәртиптә тотоу, ремонтлау, төҙөкләндереү һәм төҙөү өсөн финанслау бүленә. Был аҡсаға 36,8 километр юлда ремонт тамамлана, – тине хакимиәт башлығы.

Инвестиция өсөн перспективалы тип ул ике етештереү майҙанын атаны – Яңы Балаҡатай ауылында кирбес заводы һәм Майғаҙы ауылында етештереү биналары комплексы. Бында иген комплексы булдырмаҡсылар.

– Райондың иң ҙур проблемаһының береһе – тиҙлекле интернет булмауы. Пандемия осоронда балаларҙы дистанцияла уҡытыуға күсереү ошо проблеманың киҫкенлеген күрһәтте, – тине Мәсхүт Миңлеғәлин.

Хөкүмәт Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов, дөйөм алғанда, республиканың төньяҡ-көнсығыш райондарының сәнәғәте тураһында һөйләне. Бында 7,8 миллиард һумлыҡ 177 инвестиция проекты тормошҡа ашырыла, 1,5 мең самаһы эш урыны булдырыла. Балаҡатай районында – 16 инвестиция проекты, уларҙың хаҡы - 126,2 миллион һум.

– Балаҡатай районына килгәндә, әле бында 24 юл буйы сервисы объекты ғәмәлдә, ағымдағы йылда йәнә икәү төҙөләсәк, ә 2024 йылға тиклем ун яңы объект көтөлә, – тине ул.

Андрей Назаров Радий Хәбировтың төньяҡ-көнсығыш райондарын комплекслы үҫтереү программаһын 2024 йылға тиклем оҙайтырға ҡушыуын әйтте.

Күсмә ултырышта милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу тураһында ла һөйләштеләр.

– Дөйөм алғанда, ошо төбәктә был маҡсатҡа быйыл 195 миллион һум йүнәлтеү ҡаралған, – тине Андрей Назаров.

Был турала ентекләберәк Премьер-министр урынбаҫары Илшат Тажетдинов һөйләне.

– 2019 - 2021 йылдарҙа милли проекттар сараларын тормошҡа ашырыу өсөн төньяҡ-көнсығыш райондарҙың урындағы бюджеттарына 565,8 миллион һум бюджет-ара трансфер бүленгән, – тине ул. – Аҡсаны касса үҙләштереүе буйынса рейтингта тәүге урындарҙы Балаҡатай, Ҡариҙел, Мәсетле, Нуриман райондары биләй. Артабан Салауат районы килә. Өс районда күрһәткестәр насар – Асҡын, Дыуан һәм Ҡыйғыла.

Вице-премьер – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов Балаҡатай районының агросәнәғәт комплексы проблемалары, үҫеш мөмкинлектәре тураһында һөйләне.

– Тәбиғәттең төрлө ландшафы, уңайһыҙ һауа шарттары агросәнәғәт комплексы һөҙөмтәләренә насар йоғонто яһай. Быйыл иһә ҡоролоҡ та ҙур проблемалар килтерҙе, – тине ул.

Ун айҙа төньяҡ-көнсығыш райондарҙың вал тауары күләме 12 миллиард һум тәшкил иткән. Балаҡатай районының – 1,5 миллиард һум йәки 13 процент.

Аҙыҡ-түлек тармағы бәләкәй бизнес тарафынан тәҡдим ителгән, бөгөн етештереү менән туғыҙ ойошма шөғөлләнә.

– Балаҡатай районында ауыл хужалығын үҫтереү өсөн резервтар бар. Бында сәсеү урындарын арттырыу мөмкинлеген ҡарарға кәрәк. Шулай уҡ райондың Свердловск өлкәһе менән күрше булыуы уңайлы логистик төйөн булып тора һәм үҫеш өсөн мөмкинлек бирә, – тине Андрей Назаров.

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары һаны буйынса Балаҡатай районы республикала 60-сы урында тора. Яңы булдырылған субъекттар иҫәбе йәһәтенән - 63-сө. Андрей Назаров, был хәлде тамырынан үҙгәртергә кәрәк, тине.

Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты рәйесе Нияз Фазылов белдереүенсә, 11 айҙа районда 28 “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” үткәрелгән. 32 проект ҡаралған, дөйөм инвестиция күләме - 71,4 миллион һум. Ул районда ауыл хужалығы, айырыуса ит етештереүгә иғтибар итергә кәрәк, тине. Матур тәбиғәт туризмды үҫтереү өсөн ҙур мөмкинлектәр бирә.

Райондың һаулыҡ һаҡлау тармағы һәм хеҙмәт баҙарындағы хәл буйынса вице-премьер – һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин һөйләне.

2021 йылдың 1 ғинуарына ҡарата бында 17393 кеше йәшәгән. Хеҙмәткә яраҡлы халыҡ һаны – 52,2 процент. Уларға медицина ярҙамы Балаҡатай үҙәк район дауаханаһында күрһәтелә. Бында сменаһына 150 кеше килә һәм 74 урын бар. 27 табип, 133 урта медицина персоналы эшләй.

1 ноябргә ҡарата теркәлгән эшһеҙҙәр һаны ике тапҡырға кәмегән – 413-тән 241-гә тиклем.

Тағы бер күтәрелгән проблема - етем балаларҙы торлаҡ, халыҡты газ, һыу менән тәьмин итеү. Төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Егор Родин белдереүенсә, газ үткәреү кимәле - 72 процент, был республикалағы уртаса күрһәткестән түбәнерәк. 2022 йылға тиклем был проблема бер ни тиклем хәл ителәсәк.

Шулай уҡ киләһе йылдан етем балаларҙы торлаҡ менән тәьмин итеү ҙә яҡшырырға тейеш.

Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ тармағында ла системалы эш алып барыла.

– Бында йылы менән тәьмин итеү системаларын үҙәкләштереүҙән ҡасыу башҡарылған. Һәр фатир үҙ газы менән йылытыла. Был коммуналь түләүдәр һанын кәметеү мөмкинлеген биргән, – тине Андрей Назаров.

Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Алан Марзаев билдәләүенсә, район йыл һайын “Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” федераль проектында ҡатнаша һәм биләмәләрен төҙөкләндерә. Киләһе йылда был проект нигеҙендә “Нефтсе” паркына спорт һәм балалар майҙансыҡтары, скейтмайҙансыҡ, тренажерҙар ҡуйыу, видеокүҙәтеү урынлаштырыу, биләмәне йәшелләндереү ҡаралған.

Шул уҡ ваҡытта район үҙәген һыу менән тәьмин итеү проблемаһы бар. Әле ошо йәһәттән системаны төҙөкләндереүгә проект-смета документтарын әҙерләүгә конкурс иғлан ителгән.

Финанс министры Лира Иғтисамова райондың бюджеты һәм финанс хәле тураһында тулы мәғлүмәт бирҙе. Ағымдағы йылдың 1 ноябренә ҡарата Балаҡатай районы бюджетына 130,5 миллион һалым һәм һалымға ҡарамаған килем ингән. Был йәһәттән үҫеш күҙәтелә.

Ултырыш һуңында Андрей Назаров, муниципалитетҡа республика бюджетынан дотация булараҡ финанс ярҙамы күрһәтеләсәк, тине.

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: