Яҙ етте. Тимәк, сәсеү миҙгеле башланыуға ла күп ҡалманы. Хөкүмәттәге кәңәшмәлә был тема буйынса ентекле һөйләшеү булды.
Вице-премьер – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов белдереүенсә, ағымдағы ауыл хужалығы миҙгеле билдәһеҙлек кимәле һәм былтырғы ҡоролоҡтан зыян күргән аграрийҙарҙың ҡатмарлы финанс хәле менән айырылып торасаҡ. Тәбиғәт-климат үҙгәреше һәм тотороҡһоҙ баҙар конъюнктураһы, һис шикһеҙ, ауыл эшсәндәренең эшендә сағыласаҡ тигән фекерҙә ул.
Уның һүҙҙәренсә, 2022 йылғы уңыш өсөн сәсеү майҙандарының структураһы эске ихтыяжды һәм экспортты иҫәпкә алып әҙерләнгән. 2021 йылдың көҙөндә 295 мең гектар ужым сәселгән: 150 мең гектарға яҡын бойҙай (уҙған йылдың уңышына ҡарағанда 31 гектарға аҙыраҡ), 140 мең гектар арыш (32 гектарға аҙыраҡ). Сәсеүлектәрҙә тупраҡтың туңыуы, ҡарһыҙ декабрь, февралдә тупраҡҡа һылашҡан боҙ ҡатламы һәм йылы ҡышлау шарттары сағылды, тип билдәләй тармаҡ эксперттары.
Һөҙөмтәлә ужымдың 68 проценты яҡшы һәм ҡәнәғәтләнерлек хәлдә. Шуға күрә, министр билдәләүенсә, яҡшы ужым уңышына иҫәп тоторға тура килмәй: яҡынса баһалауҙар буйынса, сәсеүлектәрҙең 20 проценты һәләк буласаҡ (47,2 мең гектар). Сығымдарҙы ҡаплау өсөн яҙғыһын 1,4 миллион гектарҙа, былтырғы майҙандарҙан 70 мең гектарға тиерлек күберәк, иген сәсеү күҙаллана.
Техник культуралар 422 мең гектарҙы биләйәсәк (былтырғынан ете мең гектарға күберәк), уларҙың 90 проценты – майлы, 10 проценты – шәкәр сөгөлдөрө.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров әйтеүенсә, былтыр көслө ҡоролоҡтан зыян күргән Урал аръяғы аграрийҙарына орлоҡ менән тәьмин итеү йәһәтенән мотлаҡ ярҙам күрһәтеләсәк.
Дөйөм алғанда, быйыл сәсеү өсөн 20,45 миллиард һум талап ителә, тип белдерә республиканың Ауыл хужалығы министрлығы. Был 2021 йылғы яҙғы кампания сығымдарынан 25 процентҡа күберәк.
Министр яҡшы яңылыҡ та әйтте. Мәҫәлән, Башҡортостанда санкцияларға бәйле ябылған “Макдоналдс” тиҙ туҡланыу ресторанын алмаштырырлыҡ саралар бар.
– “Инвестиция сәғәте”ндә күрһәтелгән компанияларҙың береһе еңел генә “Макдоналдс”ты ла, “КФС”ны ла алмаштырыуы мөмкин. Беҙҙең сеймалдан продукция етештергән бәләкәй компаниялар нәҡ ихтыяжға эйә була башланы. Был баҙарҙы тулыһынса ҡаплай алабыҙ, – тине вице-премьер.
Фото: bashculture.ru