Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
18 Март 2022, 21:30

“Был – һиҙелерлек ярҙам, әммә…”

Андрей Назаров көрсөккә ҡаршы әҙерләнгән беренсе пакет тураһында һөйләне. 

“Был – һиҙелерлек ярҙам, әммә…”
“Был – һиҙелерлек ярҙам, әммә…”

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә түбәндәгеләр хаҡында белдерҙе.

“Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ үҫеше – иҡтисадтың төп элементы. Бизнесҡа федераль кимәлдә булышлыҡ итеү өсөн көрсөккә ҡаршы беренсе пакет әҙерләнгән, уға финанс, һалым, милек һәм башҡа саралар ингән.

Был – һиҙелерлек ярҙам, әммә федераль сараларҙың ҡабул ителеүе менән үҙебеҙҙекеләрҙе, төбәктекен дә эшләйбеҙ. Уларҙың иң көнүҙәктәре тураһында бөгөн иҡтисадта көрсөккә ҡаршы саралар буйынса кәңәшмәлә эшҡыуарлыҡ вәкилдәре менән һөйләштек.

Барлыҡ бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ вәкилдәре өсөн микрозайм, лизинг һәм гарантия поручителлеген тәҡдим итеү шарттарын һаҡлайбыҙ. Улар менән кредитты, лизинг килешеүҙәрен Башҡортостан микрокредит ойошмаһы аша рефинанслаясаҡбыҙ.

Финанс йөкләмәләрҙе кәметеү маҡсатында һалым һалыуҙың ябайлаштырылған системаһы буйынса һалым ташламаларын, дәүләт һәм муниципаль милекте ҡуртымға алыу буйынса өҫтәмә ташлама ставкаларын йәки түләүҙәрҙе кисектереүҙе ҡарайбыҙ. Планда – райондарҙа бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты финанслауҙы арттырыу.

Был – сараларҙың бер өлөшө. Бизнес өсөн башҡа дәртләндереү сараларын да эшләйбеҙ – улар хаҡында 26 мартта республика Башлығы Радий Фәрит улы етәкселегендәге оператив штабта раҫланғандан һуң ыңғай һөйләрмен”.

Фото Андрей Назаровтың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: