Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
18 Март 2022, 12:30

“Инвестиция сәғәте”ндә ниндәй мәсьәләләр ҡаралды?

Яңы проекттарҙы тормошҡа ашырыуға 2,5 миллиард һумдан ашыу инвестиция йүнәлтелә.

“Инвестиция сәғәте”ндә ниндәй мәсьәләләр ҡаралды?
“Инвестиция сәғәте”ндә ниндәй мәсьәләләр ҡаралды?

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Инвестиция сәғәте” тәртибендә республика Инвестиция комитетының сираттағы ултырышын үткәрҙе. Унда ауыл хужалығы, сәнәғәт һәм экология өлкәһендәге яңы проекттар ҡаралды. Уларҙы тормошҡа ашырыуға инвестицияларҙың дөйөм күләме – 2,5 миллиард һумдан ашыу.

“Гео Генезис” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры Антон Зубков Сибайҙа мәғдән сығарыу һәм байыҡтырыу предприятиеһының эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә техноген бысраныуға дусар булған ерҙәрҙе рекультивациялау проекты менән таныштырҙы. – Бик ҡыҙыҡлы һәм кәрәкле башланғыс, тәү сиратта Сибай халҡы өсөн, – тине Радий Хәбиров. – 2019 йылда Сибай карьеры кешеләрҙе һәм тирә-яҡ мөхитте ағыуламаһын өсөн йылдам эш алып барҙы. Шуға күрә һеҙҙең технологиялар беҙгә кәрәк.

Республика Башлығы профилле министрлыҡтарға һәм ведомстволарға пландарҙы тормошҡа ашырыуҙа ярҙам күрһәтергә ҡушты.

“Инвестиция сәғәте”ндә йәнә бер проектты “Башойл” ябыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры ярҙамсыһы Артем Токарев тәҡдим итте. Атап әйткәндә, тимер юл цистерналарын йыуыу һәм ҡара төҫтәге нефть продукттарын һыуһыҙландырыу тураһында һүҙ бара.

– Беҙҙең технологиялар цистерналарҙы мазуттан, нефттән таҙартыу һәм һуңынан уларҙы асыҡ нефть продукттары өсөн файҙаланыу мөмкинлеген бирә. Эш тулыһынса  ябыҡ циклда башҡарыла, тирә-яҡ мөхиткә зыян килмәй, – тине Артем Токарев. – Ҡорамалдарҙың барыһы ла үҙебеҙҙә етештерелгән. Проектты өҫтөнлөклөләр исемлегенә индереү беҙгә банк проценттарына сығымды кәметергә ярҙам итәсәк.

Инвестиция комитеты проектты хупланы һәм өҫтөнлөклөләр исемлегенә индерҙе.

Ултырышта шулай уҡ ауыл хужалығы өлкәһендәге проект ҡаралды. “Красная Башкирия” йәмғиәте Әбйәлил районында һөтсөлөк фермаһының икенсе сиратын төҙөй һәм мал аҙығы сәсеүлектәрен һыу менән тәьмин итеү өсөн һуғарыу системаһына мохтаж. Ауыл хужалығы предприятиеһы техник яҡтан ҡайтанан йыһазландырыуға 460 миллион һум инвестиция йүнәлтә.

Төбәк етәксеһе Ауыл хужалығы министрлығына ҡоролоҡҡа дусар булған биләмәләрҙе мелиорациялау буйынса федераль дәүләт программаһына проектты индереү йәһәтенән инвесторға булышлыҡ итергә ҡушты.

“Башҡортостандың йылытыусы быялаһы” йәмғиәте вәкиле Рәлиә Дәүләтшина торлаҡ һәм етештереү биналарын йылытыу мөмкинлеге биргән уникаль энергия һаҡлау технологияһы хаҡында һөйләне.

Башҡортостан Башлығы Өфө хакимиәтенә республиканың Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы менән берлектә сәнәғәт производствоһы өсөн ер участкаһы һайлауҙа булышлыҡ итергә ҡушты.

Фото: glavarb.ru/rus/press

Сығанаҡ: glavarb.ru/rus/press

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: