Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
21 Март 2022, 15:30

Өфө предприятиеһы илебеҙ баҙарының яртыһын биләй ала

Тәьмин итеүселәр менән бөтә ҡыйынлыҡтарҙы уңышлы хәл иткән осраҡта компания Рәсәй телекоммуникация ҡорамалдары баҙарының яртыһын тиерлек ҡаплай ала.

Өфө предприятиеһы илебеҙ баҙарының яртыһын биләй ала
Өфө предприятиеһы илебеҙ баҙарының яртыһын биләй ала

Санкциялар шарттарында Өфөнөң селтәрле коммутаторҙар етештереүсеһе илебеҙ баҙарының яртыһын тиерлек биләй ала. Әлеге ваҡытта предприятие граждандар һәм хәрби ихтыяждар өсөн телекоммуникация ҡорамалдары етештерә. Көнбайыш аналогтары киткәндән һуң продукцияға ихтыяж бер нисә тапҡырға артасаҡ. Хәйер, үҫешкә зыян килтерерлек бер ауырлыҡ бар.

Башҡортостан юлдаш телеканалы хәбәрселәре заводҡа барып, был эштең нескәлектәре менән танышҡан.

Әгәр элек схема менән платаларҙы ҡулдан эшләһәләр, хәҙер иң нескә эште лә техника башҡара ала. Махсус принтерҙа алдан параметрҙар һалына, унан буласаҡ коммутаторҙың "мейеһе" формалаша.

Коммутатор – ул шундай прибор, ул бер нисә компьютерҙы йәки башҡа һанлы ҡоролманы локаль селтәргә берләштерә һәм уларға мәғлүмәттәр менән алмашырға мөмкинлек бирә. Уларҙы теләһә ниндәй офиста йәки предприятиела күрергә мөмкин.

– Предприятиеның бөтә селтәре үҙе етештергән коммутаторҙарҙа төҙөлгән, был интернетҡа, телефонға, кабель телевидениеһына тоташтырыу мөмкинлеге бирә. 10G разъемы и 1П системалары серверға тоташырға мөмкинлек бирә, – ти Ғилми-етештереү предприятиеһының планлы диспетчер бүлеге начальнигы урынбаҫары Игорь Разумов.

Өфөнөң ғилми-етештереү предприятиеһы – илдә үҙаллы ошондай телекоммуникация ҡорамалдары сығарған ике предприятиеның береһе. Шуға күрә ихтыяж да юғары. Заказсылары – ҙур дәүләт корпорациялары ғына түгел, Оборона министрлығы ла. Башҡортостан етештергән коммутаторҙары шул иҫәптән элемтә комплекстарының хәрби идара итеү системаларында ла урынлаштырыла.

Өфө предприятиеһы күптән билдәле Американың Cisco һәм Juniper йәки Ҡытайҙың Huawei һәм башҡа көнбайыш аналогтарына конкурентлыҡ итә, асылда иһә импортты алмаштырыу йәһәтенән яҡшы вариант булыуы ихтимал. Тик бер нюанс бар: коммутатор эшләгәндә ҡулланылған комплекттарҙың өстән бер өлөшө сит илдән ҡайтарыла. Хәҙер завод әүҙем рәүештә альтернативалар эҙләй.

– Әле беҙ эшмәкәрлегебеҙҙең өс юлын һайланыҡ. Был импорт базаһын үҙебеҙҙекенә алмаштырыу, шул уҡ ваҡытта ысын аналогтарыбыҙ ҙа бар. Импортты алмаштырыу йәһәтенән киләһе пункт - Азия баҙарына сығыу юлы: ул Ҡытай, Корея. Артабан уларҙың изделиеларын беҙҙең продукцияға яраҡлаштырыу, – ти Ғилми-производство предприятиеһы генераль директоры Игорь Селиванец.

Заказдар күләменән сығып, бөгөнгө көндә предприятие ҡеүәтенең яртыһын ғына тәшкил итә. Эште дауам итеү өсөн алдағы ярты йылға заводта комплектлаусы запастар бар. Тәьмин итеүселәр менән бөтә ҡыйынлыҡтарҙы уңышлы хәл иткән осраҡта компания Рәсәй телекоммуникация ҡорамалдары баҙарының яртыһын тиерлек ҡаплай ала.

Фото: bash.news

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас в