Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
22 Март 2022, 22:45

Эшҡыуарҙар ниндәй ярҙамға өмөт итә ала?

"Бөгөнгө ябай булмаған иҡтисади шарттарҙа үҙ эшеңде башлау кәрәкме? Әлбиттә! Үҙеңде күрһәтеү өсөн әле бик ҡулай ваҡыт".

Эшҡыуарҙар ниндәй ярҙамға өмөт итә ала?
Эшҡыуарҙар ниндәй ярҙамға өмөт итә ала?

Республикаға идара итеү үҙәге төркөмөнән:

"Бөгөнгө ябай булмаған иҡтисади шарттарҙа үҙ эшеңде башлау кәрәкме? Әлбиттә! Үҙеңде күрһәтеү өсөн әле бик ҡулай ваҡыт. Дәүләт эшҡыуарҙарға ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер.

“Сәләм” тапшырыуында бөгөн урта һәм бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа ярҙам саралары тураһында һөйләнеләр.

Республикаға идара итеү үҙәге “Иҡтисад һәм бизнес” темаһы буйынса хәбәрҙәрҙе "Инцидент-менеджмент" мәғлүмәт системаһы аша ҡабул итә һәм эшкәртә. Эш профилле министрлыҡтар, ведомстволар, республиканың ҡала-райондары менән берлектә алып барыла. Бынан тыш, эшҡыуарҙар көрсөккә ҡаршы саралар тураһындағы һорауҙарҙы Күп йүнәлешле үҙәк офистары аша ла бирә ала.

Файҙалы һылтанма. Урта һәм бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа ярҙам саралары тураһында, шулай уҡ инвесторҙарға ҡағылған мәғлүмәтте investrb.ru сайтына инеп белеп була.

Эшҡыуарҙарға ярҙам саралары тураһында һорауҙарҙы Башҡортостандың Көрсөккә ҡаршы штабына тура шылтыратып бирергә мөмкин: +7 347 200 12 46 (8.00 - 20.00 сәғәттәрҙә).

Эшҡыуарҙарға тағы кемдәр ярҙам итә ала? Башҡортостандың һәр районында бизнес-шерифтар эшләй. Тап улар бизнес-проекттарҙы ҡарап, анализлай, кәңәштәрен, тәҡдимдәрен бирә ала.

Файҙалы кәңәштәрҙе Объясняем.РФ федераль проекты ресурсында ла табырға була.

Ә яңы эш башлаған йүнселдәргә ярҙам саралары тураһында “Сәләм” тапшырыуының киләһе сығарылыштарында ентекләп һөйләрбеҙ".

Фото: видеонан скриншот.

Автор:Римма Султанова
Читайте нас: