Республикала яҙғы сәсеү эштәренә әҙерлек башланды, төрлө төбәктәрҙә был йәһәттән агроконференциялар үтте. Былтырғы ҡоролоҡ һөҙөмтәһендә Урал аръяғы аграрийҙары ныҡ зыян күрҙе, ҡайһы бер хужалыҡтар сәскән иген культураларын да йыйып, етәрлек орлоҡ туплай алманы. Шуға күрә бөгөн тармаҡ алдында ҙур һынауҙар торғаны бер кемгә лә сер түгел.
Шулай ҙа игенселәрҙе быйылғы ҡарҙың ҡалын булыуы һөйөндөрмәй ҡалмағандыр. Төбәктә яҙғы сәсеүгә әҙерлек нисек бара, ниндәй культураларға өҫтөнлөк биреләсәк, орлоҡ, яғыулыҡ-майлау материалдары етерлекме? Дәүләт ярҙамы – фермерҙарға яҙғы баҫыу эштәрен атҡарып сығыр өсөн субсидиялар ҡаралғанмы – ошо һәм башҡа һорауҙарға яуап алыр өсөн бөгөн беҙ түңәрәк өҫтәл ойошторҙоҡ. Унда Баймаҡ районы хакимиәте башлығының ауыл хужалығы буйынса беренсе урынбаҫары Азат Шәрипов менән Әбйәлил районы хакимиәте башлығының ауыл хужалығы буйынса урынбаҫары Ғәлим Солтанов ҡатнаша.
– Азат Булат улы, сер түгел, былтыр Баймаҡ ауыл хужалыҡтары өсөн йыл еңелдән булманы. Тиҙҙән йәнә ауыл эшсәндәре өсөн мөһим кампанияларҙың береһе – яҙғы баҫыу эштәре башлана. Һүҙебеҙҙе уға әҙерлек нисек бара, хужалыҡтар ниндәй иген культураларына өҫтөнлөк бирә, орлоҡ фонды менән хәлдәр нисек, дәүләттән ярҙам көтөләме тигән һорауҙарҙан башлаһаҡ, урынлы булыр. Ғөмүмән, районда яҙғы сәсеү эштәренә әҙерлек барышы менән яҡындан таныштырып үтһәгеҙ ине?
– Йылдың-йылы беҙҙең төбәк аграрийҙарына үҫемлекселек менән шөғөлләнеүе еңел түгел. Йыш ҡабатланған аяуһыҙ ҡоролоҡ, туҡтауһыҙ иҫкән ҡыуан ел, ҡатмарлы фитосанитар хәл, юғары хаҡтар хужалыҡтарҙың иҡтисадын һынау алдына ҡуя. Әммә быға ҡарамаҫтан, ауыл эшсәндәре иртәгәге көнгә ышаныс менән йәшәй – көҙҙән үк яҙғы баҫыу эштәренә әҙерлек алып барҙы, техника-агрегаттар ремонтланды, орлоҡ фонды тураһында ла хәстәрлек күрҙе. Мәҫәлән, ҡасандыр иген фабрикаһын хәтерләткән Йылайыр зонаһындағы фермерҙар яңы миҙгелгә бөгөндән әҙер. Айрат Шәрәфетдинов, Рәшит Яхин, Нур Рәхмәтуллин, Руслан Мөрсәлимов, Юрий Найденовтың крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары, “Дилә” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, “Николай һәм уның компанияһы” ширҡәте техниканы һәм орлоҡ фондын әҙерләү буйынса башҡаларға өлгө булып тора. Шулай уҡ Һаҡмар зонаһы хужалыҡтарынан Ленин исемендәге ауыл хужалығы кооперативы, Радик Рәсүлев, Илгиз Сәфәрғәлиндең крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары яҙға ныҡлы иғтибарын йүнәлтә. Әйткәндәй, ҡоролоҡ йылында ла кем сәсеүгә, ер эшенә иғтибарлы, бар технологияларҙы теүәл башҡара, улар уңыш ала. Шундай фермерҙар бар: ерҙе арлы-бирле сыйғаҡлап, унда-бында орлоҡ ташлап, ямғыр яуғанын Хоҙайҙан көтөп, бер ниндәй ҙә сара күрмәйенсә, беҙҙеңсә әйткәндә, ҡыл да ҡыбырлатмай ғына мул уңыш алырға өмөт иткән. Ер эшен һайлағанһың икән, уға һинең туҡтауһыҙ эйелеүең кәрәк, шул сағында ул да үҙенең мәрхәмәтлеген күрһәтәсәк.
Билдәле булыуынса, үткән йыл ысынлап бик ауыр булды, күп хужалыҡ бөтөнләй уңыш ала алманы. Шуға күрә район хакимиәте етәкселеге менән берлектә бер нисә тапҡыр ярҙам һорап Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенә мөрәжәғәт иттек. Һөҙөмтәлә I репродукциялы орлоҡ һатып алған осраҡта республика бюджетынан субсидия бүлеү күҙ уңында тотола, уның 50 проценты ҡапланасаҡ. Шул уҡ ваҡытта элита һәм суперэлита орлоғо һатып алған өсөн федераль бюджеттан ярҙам бүленә, әммә ул сәсеүҙән һуң биреләсәк.
Быйылғы яҙғы баҫыу эштәрен тулыһынса атҡарып сығыр өсөн 16 мең тонна иген культуралары орлоғо талап ителә, әлегә алты мең 700 тонна орлоҡ етмәй. Техник культураларға килгәндә, ауыл хужалығы предприятиелары һәм фермер хужалыҡтары етен орлоғо менән – 75, рапстыҡы менән 80 процентҡа тәьмин ителгән. Ә бына мал аҙығы культуралары һатып алыу буйынса проблема булмаҫ, тип уйлайым, сөнки ул үҙебеҙҙә лә етерлек.
Атап әйткәндә, быйыл да райондың сәсеү майҙаны шул уҡ күләмдә ҡала. Яҙғы сәсеү эштәрен 88 мең 376 гектарҙа атҡарып сығыу планы ҡаралған. Шуның 72 мең майҙанында – иген һәм ҡуҙаҡлы иген культуралары, 9600-өндә – техник культуралар, ҡалған дүрт меңдән ашыу майҙанда мал аҙығы культуралары урын аласаҡ.
– Ғәлим Наил улы, әбйәлилдәр яҙғы сәсеү эшенә нисек әҙерләнә? Әйткәндәй, һеҙҙең район Урал аръяғы төбәге өсөн уҙған агроконференцияла бар күрһәткестәр буйынса ла ыңғай яҡтан баһаланды, тимәк, хәлдәр яҡшы?
– Һәр хәлдә, үткән йылда беҙҙә Баймаҡ районы менән сағыштырғанда уңыш саҡ ҡына юғарыраҡ булды, шулай ҙа күп хужалыҡтар сәсеүгә орлоҡ һала алманы. 2022 йылда сәсеү майҙандарының структураһы былтырғынан күпкә үҙгәрмәйәсәк. Бөтәһе 73 мең 506 гектар майҙанда эштәр башҡарыласаҡ. Шуның иң ҙур өлөшө – 68 мең 470 гектарҙа яҙғы культуралар сәселәсәк, был уҙған йылға ҡарата 107 процент тәшкил итә. Иген һәм ҡуҙаҡлы иген культураларына 41 мең 958 гектар бүленә, техник культуралар 18 мең дә 55 гектар майҙанды биләйәсәк.
Яҙғы сәсеү эштәрен ойошҡан рәүештә башҡарыр өсөн ауыл хужалығы предприятиеларына 10280 тонна иген һәм ҡуҙаҡлы культуралар орлоғо талап ителә. Әле был тәңгәлдә эштәр бара, орлоҡ һатып алыу буйынса килешеүҙәр төҙөлә, уның сифаты тикшерелә.
Техниканы ремонтлау, уны әҙерләүгә килгәндә, барыһы ла яҡшы тип әйтә алам. Шуныһы ҡыуаныслы: үткән йылда район хужалыҡтары техника паркын яңыртыуға өлгәште. Бөтәһе 240 миллион һумлыҡ 77 берәмек техника һатып алдыҡ. Әле хужалыҡтарҙа дәүләт техник тикшереүен үткәреү бара. Быйыл яҙғы сәсеү эштәренә ауыл хужалығы предприятиеларының 96 агрегаты һәм 16 сәсеү комплексы йәлеп ителәсәк, улар мөһим кампанияны ҡыҫҡа ваҡыт эсендә атҡарып сығырға мөмкинлек бирер, тип ышанабыҙ.
– Ауыл хужалығы культураларының уңышын күтәреүҙә, тупраҡтың уңдырышлылығын арттырыуҙа ашламаның да әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Минераль ашлама хаҡтарының юғары булыуына ҡарамаҫтан, күп хужалыҡ уны ҡулланыуға өҫтөнлөк бирә. Был йәһәттән эштәр нисек тора?
Ғәлим Солтанов:
– Был тәңгәлдә лә эш башланған. Быйыл мең тонна минераль ашлама һатып алырға планлаштырабыҙ. Үҫемлектәрҙе һаҡлау саралары менән тулыһынса тәьмин итеү көтөлә. Күп фермерҙар гектар уңышын арттырыуға минераль ашламаларҙы етәрлек кимәлдә ҡулланыу иҫәбенә генә өлгәшеп буласағын яҡшы аңлай.
Азат Шәрипов:
– Минераль ашлама алырға ҡайһы бер фермерҙарҙың хәленән килмәй, уларҙың хаҡы бик юғары. Шулай ҙа хәллерәктәр уны ҡулланыу яҡлы. Һуңғы ваҡытта күп хужалыҡтар үҫемлектәрҙе һаҡлау сараларына өҫтөнлөк бирә, йәғни химик эшкәртеүгә иғтибар арта.
– Йыл һайын ҡабатланған ҡоролоҡтан ҡурҡыпмы, әллә беҙҙең төбәктәге ҡырыҫ тәбиғәт шарттарына бәйлеме, һуңғы ваҡытта күп фермерҙар техник культуралар сәсеү яҡлы. Йәғни, иҡтисади яҡтан табышлы үҫемлектәргә йөҙ бороп, үҙебеҙҙең юғары һәм йомшаҡ сортлы бойҙайҙы үҫтереү юғалып ҡалмаҫмы, тигән борсоулы һорау тыуыуы ихтимал.
Азат Шәрипов:
– Был осраҡта һәр кемдең һайлау мөмкинлеге бар. Мәҫәлән, Баймаҡ районында өс йыл рәттән килгән ҡоролоҡ арҡаһында күп хужалыҡтар алған кредиттарын да ҡаплай алманы, бөлгөнлөккә төштө. Шуға күрә Урал аръяғы төбәге шарттарында ҡоролоҡҡа сыҙамлы, иҡтисади яҡтан табышлы культуралар үҫтереү көнүҙәк. Күп хужалыҡ етәкселәре етен, рапс, нут кеүек ҡуҙаҡлы культураларға өҫтөнлөк бирә, был үҙен аҡлай ҙа. Икенсенән, баҙарҙа техник культураларҙың хаҡы ла юғары. Мәҫәлән, былтыр Ниғәмәт ауылынан фермер Фирғәт Мансуров районда беренселәрҙән булып сафлор сәсте. Көҙөн яҡшы уңыш алды, үҫемлек майы өсөн үҫтерелгән был культураға ихтыяж ҙур һәм уның орлоғо ла ҡиммәт. Быйыл сафлор сәсеп ҡарарға теләк белдереүселәр бар.
Алдан әйтеп үтеүемсә, быйыл район буйынса 9 600 гектарҙа техник культуралар сәсеү планлаштырылһа, шуның һигеҙ мең гектары етен өсөн ҡаралған.
– Азат Булат улы, белеүебеҙсә, һеҙ үҙегеҙ йылдың нисек килере хаҡында төрлө һынамыштар, күҙәтеүҙәр алып бараһығыҙ. Быйыл игенсе өсөн шарттар ниндәй?
– Хоҙай белә инде (көлә). Ысынлап та, йыл һайын күҙәтеүҙәр алып барам. Быйыл ҡарҙың һәйбәт булыуы яҡшыға өмөтләндерә, әммә, ни тиһәк тә, ямғырһыҙ булмаясаҡ. Ҡар иреп бөтһә, уның дымы май аҙаҡтарына – июнь башына тиклем етәсәк. Сәсеүҙе тамамларға, иген сығыуға ярҙам итәсәк. Шулай ҙа декабрь айында ҡар яуманы, тимәк, июнь айында беҙ өмөтләнеп көткән ямғырҙарҙың булмауы ла мөмкин. Ә ғинуар, февралдә ҡар булды. Был осраҡта тағы кемдәр отасаҡ? Дым булған ваҡытта орлоҡто ергә һалып ҡалып, көҙөн бөтә технологияларҙы теүәл башҡарып сығып, йәнә сәскән культураларын тейешенсә эшкәртеп, химик утау үткәреп, минераль ашлама индереп ҡалыусылар, әлбиттә. Июль айында ямғыр яуһа, улар көҙ көнө уңыш алыуға ышана аласаҡ. Нисек кенә булмаһын, һәр кешене өмөт йәшәтә, шуға күрә быйыл төбәк аграрийҙары уңышты мул алыр, яуым-төшөм булыр тигән яҡшы ниәттә ҡалайыҡ.
– Шулай ҙа илдәге бөгөнгө хәлдәр, сит илдәрҙең санкциялары ауыл хужалығы тармағында ла үҙ эҙен ҡалдырмай ҡалмаҫтыр. Был тәңгәлдә һеҙҙең фекерҙәр?
Ғәлим Солтанов:
– Әлбиттә, ауырлыҡтар буласаҡ. Яғыулыҡ-майлау материалдарына запас частарға, техниканың үҙенә хаҡтарҙың күтәрелеүе көн кеүек асыҡ.
Азат Шәрипов:
– Шулай ҙа мин был осраҡта миҙалдың ике яҡлы булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алыр инем. Ситтән килтерелгән ауыл хужалығы продукцияһына санкция һалыныуы урындағы етештереүселәргә, киреһенсә, уңайлыҡтар тыуҙырыуын да оноторға ярамай. Ниһайәт, беҙҙең аграрийҙар үҙ тауарын тейешле хаҡҡа һатыу мөмкинлегенә эйә буласаҡ, ә ихтыяж бар ерҙә тауар һатыласаҡ. Әйткәндәй, Рәсәйҙә ауыл хужалығы тауарҙарын етештереү ныҡлы үҫешкән, ит тә, һөт тә, икмәк тә буласаҡ, был йәһәттән һис тә ҡайғырырға ярамай. Ауыл халҡына ла мөрәжәғәт итер инем: шәхси хужалыҡтарҙа ҡош-ҡорт, малсылыҡ, йәғни һарыҡсылыҡ, йылҡысылыҡ, тармағында эш башлаһағыҙ, отасаҡһығыҙ. Шулай уҡ хәҙер йәшелгә һорау ҙур буласаҡ, был хаҡта ла йүнселдәр уйланһын ине.
– Азат Булат улы, Ғәлим Наил улы, фәһемле әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт!
Кәримә УСМАНОВА