“Башавтотранс” предприятиеһы һәм ҡайһы бер шәхси пассажирҙар ташыу ойошмалары транспортта йөрөүгә яңы тарифтар билдәләне. 15 апрелдән “Башавтотранс” автобустарында йөрөү ҡулаҡса һәм банк картаһы менән иҫәпләшкәндә 33 һум торасаҡ. “Алға” транспорт картаһы менән иҫәпләшкәндә – 28 һум, экспресс режимы – 40 һум.
Шәхси транспорт хужалары ла юл йөрөүгә хаҡтарҙы арттырыуҙарын белдерҙе. “Альянс СКД”, “ПАН АВТО”, шәхси эшҡыуар Батыров Ф.Ф. , шәхси эшҡыуар Миназов К.З. һәм “Арбат +” шулар иҫәбендә.
20 апрелдән 214-се, 218-се, 257к маршруттарында, 22 апрелдән – 244-се, 25 апрелдән – 211-се, 228-се, 249-сы, 266-сы, 25 апрелдән 248-се маршруттарҙа юл хаҡы арта.
25 апрелдән 210-сы, 221-се, 225-се, 252-се, 291-се (был маршрутта баҡсаларға тиклем барғанда юл йөрөү хаҡы – 50 һум) маршруттарҙа ниндәй ысул менән түләүеңә ҡарамаҫтан, юл хаҡы 35 һум тәшкил итәсәк.
205-се маршрутта юл хаҡы, ниндәй ысул менән түләүеңә ҡарамаҫтан, 30 һум тәшкил итәсәк.
Йәмәғәт транспортында юл йөрөүгә хаҡтарҙың күтәрелеүе запчасткә, яғыулыҡ-майлау материалдарына, автосервис һәм техник үҙәктәр хеҙмәттәренә, лизинг түләүҙәренә хаҡтарҙың артыуы менән бәйле.
Фото: Башинформ.