2022 йылдың мартынан Башҡортостандың һәм Ырымбур өлкәһенең йәмәғәт транспортында юл хаҡын түләү системалары транспорт карталарын үҙ-ара ҡабул итеү тәртибендә эшләй.
Хәҙер “АЛҒА” берҙәм картаһына эйә булғандар уны Ырымбур өлкәһенең йәмәғәт транспортында файҙалана ала. Ырымбурҙың транспорт картаһын йөрөткәндәр иһә уның ярҙамында республикабыҙҙың йәмәғәт транспортында “АЛҒА” картаһы тарифы буйынса “Башавтотранс” дәүләт унитар предприятиеһында, муниципаль транспортта, “Дим-Шаҡша” маршруты буйынса ҡала яны электричкаһында һәм шәхси ташыу компанияларының бөтә маршруттарында юл хаҡын түләй ала.
– Башҡортостан Республикаһы һәм Ырымбур өлкәһе системаларын интеграциялау – берҙәм федераль транспорт экосистемаһын төҙөү йәһәтенән сираттағы мөһим аҙым ул. Интеграция проекты Рәсәйҙең ике төбәгенең биш меңдән ашыу транспорт сараһын һәм 1,3 миллион самаһы транспорт картаһын берләштерҙе, – тине Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Булушев.
Проект “АЛҒА” берҙәм транспорт компанияһының технологик операторы, Ырымбур өлкәһенең транспорт операторы һәм технологик партнерҙың берлектәге эше һөҙөмтәһендә тормошҡа ашырылған.
Әле Пермь һәм Силәбе өлкәләре, Удмурт һәм Татарстан республикалары, шулай уҡ Рәсәйҙең башҡа төбәктәренең йәмәғәт транспортында “АЛҒА” картаһын ҡабул итеү мөмкинлеге тикшерелә.
Фото: pravitelstvorb.ru/ru/press
Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru/ru/press