Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
13 Апрель 2022, 16:00

Импортты алмаштырыуҙы хәл итә алабыҙ

 "Альтернатива" заводы әйҙәүсе көнбайыш предприятиеларынан кәм йыһазландырылмаған.

Импортты алмаштырыуҙы хәл итә алабыҙ
Импортты алмаштырыуҙы хәл итә алабыҙ

Нефть экспорты ҡыҫҡартылыуын  рәсәйлеләр төрлөсә ҡабул итә. Берәүҙәр яңы иҡтисад шарттарында билде нығыраҡ быуырға тура килә тип ҡайғыра, икенселәр бының,  ниһайәт, сеймал менән түгел, ә эшкәртеү продукттары менән сауҙа итеүгә  этәргес биреүен  билдәләй.

Октябрьский ҡалаһындағы «Альтернатива» пластмасса әйберҙәре заводы  Рәсәйҙә генә түгел Европала ла  көнкүреш пластигын етештереү буйынса эре предприятие һанала. Бөгөнгө көндә унда 2560 кеше хеҙмәт итә, заводтың продукцияһын Калинградтан алып Владивостокка тиклем магазин кәштәләрендә күрергә мөмкин, шулай уҡ БДБ илдәрендә лә һатыла. Уның генераль директоры Раил Фәхретдинов  «Республика Башкортостан» гәзитенә биргән интервьюһында әлеге хәлгә үҙенең фекерен белдерҙе.

   Раил Камил улы, етештереүсе һәм сауҙа - сәнәғәт палатаһы советы рәйесе булараҡ һеҙ нисек уйлайһығыҙ сит ил компанияларының Рәсәйҙән китеүе зыянмы әллә, киреһенсә файҙағамы?

- Был һорауға яуап биреүе ауыр. Ябай миҫал килтерәм: әле беҙ сит ил нефтехимияһына ныҡ бәйле, иҡтисадтың  күп кенә секторҙары үҫешен унһыҙ күҙ алдына килтереүе ҡыйын. Шуға бында проблемалар тыуыуы ихтимал. Эйе, беҙҙә урман, тимер рудаһы бар, ләкин нефть химия тармағы продукцияһынан тыш уларҙы юғары сифатлы ҡағыҙға йәки ҡатыштырылған ҡоросҡа әйләндереү мөмкин түгел.

Бизнесҡа сит илдән тейешле ҡорамалдарҙы һатып алыу ҡатмарлашасаҡ. Бәхеткә, беҙҙең предприятие күптән инде  Ҡытайҙың  эре етештереүселәре менән уңышлы хеҙмәттәшлек итә. Тимәк, көнбайыш санкцияларына әллә ни бәйлелек юҡ. Ләкин беҙҙә лә ауырлыҡтар килеп сыҡты: күптән түгел ҡорамалдар ҡиммәтләнде, шуға  ҡайһы бер ҡыҙыҡлы проекттарҙан баш тартырға тура килде. Дөрөҫөрәге, билдәһеҙ ваҡытҡа ҡалдырып торорға мәжбүр булдыҡ.

Шул уҡ ваҡытта баҙарҙа перспективалы юлдар ҙа асыла. Был продукция етештереүсе, хеҙмәттәр күрһәтеүсе Рәсәй эшҡыуарҙары өсөн файҙаға. Беҙҙең заводҡа килгәндә, беҙҙә аш-һыу бүлмәһе өсөн мебель, ял, туризм  өсөн тауарҙар етештереү мөмкинлеге киңәйҙе.  Беҙ ошо йүнәлештә эш башланыҡ та инде.

      Импортты алмаштырыу мөһимлеге тураһында бөгөн күп һөйләнелә. Һеҙ нисек уйлайһығыҙ,  был юлды беҙгә нисек тиҙ һәм аҙ юғалтыуҙар менән үтергә? 

 - Иң мөһиме – юғары технологиялы производство тураһында һүҙ барған тармаҡта  өр яңынан  эште башламаҫҡа. Был ваҡытығыҙҙы ла, аҡсағыҙҙы ла юғалтасаҡ. Үҙ ваҡытында Ҡытай  донъялағы иң яҡшы нәмәләрҙе ҡабатлап алға көслө аҙым яһаны. Әлеге хәлдә беҙ ҙә шулай эшләргә тейеш. Быны миҫалдар менән нығытыр инем. Беҙҙең предприятиела күп йылдар оператив штаб эшләп килә. Беҙ уны проект офисы тип атайбыҙ. Унда иң ҡыҙыҡлы идеялар туплана. Бында беҙ сит ил конкуренттарының продукцияһын да ентекле өйрәнәбәҙ. Әгәр ул ҙур һорау менән ҡулланылһа, иҡтисади һәм технологик экспертизанан һуң уны яҡшыртабыҙ һәм производствоға оҙатабыҙ. Һөҙөмтәлә – беҙ яҡшылар баҫҡысында.  

Ҡабатлау тураһында әйткәндә, һүҙ түбән сифатлы контрафакт сығарыу тураһында  бармай.  Ә юғары технологиялар үҙләштереү күҙ уңында тотола. 

Бының менән бер рәттән беҙҙең баҙарға килергә әҙер булған сит ил компанияларына йәшел ут асырға кәрәк. Мәҫәлән, күптән түгел Төркиә  һәм Ҡытайҙың эре  заводтары Рәсәйҙә термопласт-автоматтар, баҫым аҫтында ҡойолған машиналар һәм беҙҙең тармаҡ өсөн башҡа станоктар етештереү буйынса производство асырға теләк белдерҙе. Килһендәр, тигән фекерҙәмен мин. Сөнки ошо сегментта эшләрлек  үҙебеҙҙең предприятиелар һаман юҡ. Советтар Союзында полимерҙарҙы эшкәртеү өсөн ҡорамалдарҙы Одесса һәм Хмельницкий заводтары сығарғайны. СССР тарҡалғандан һуң ,  заманса ҡорамалды Төркиәнән һәм Ҡытайҙан алырға мәжбүр булдыҡ.

XXI быуат башында беҙҙең завод алдында һайлау торҙо : беҙ тулыһынса производствоны модернизациялайбыҙ йәки бер йыл да эшләй алмаясаҡбыҙ. Беҙ тәүге вариантты һайланыҡ.  Хәҙер «Альтернатива» заводы әйҙәүсе көнбайыш предприятиеларынан кәм йыһазландырылмаған. Тимәк, импортты алмаштырыу бурысын да уңышлы хәл итә ала. Бер шарт булғанда – сеймал етештереүсе беҙҙең монополистар  хаҡты күтәрмәһә.

сығанаҡ: https://resbash.ru/articles/ekonomika/2022-04-13/stat-zakonodatelyami-mody-2765797

 

 

 

 

Импортты алмаштырыуҙы хәл итә алабыҙ
Импортты алмаштырыуҙы хәл итә алабыҙ
Импортты алмаштырыуҙы хәл итә алабыҙ
Импортты алмаштырыуҙы хәл итә алабыҙ
Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас: