Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
18 Апрель 2022, 22:30

Башҡортостанда эшләнгән - тимәк, сифатлы!

"Рәсәйҙә эшләнгән" проекты иҡтисади санкциялар шарттарында Башҡортостан йүнселдәренә ярҙам итәсәк.

Башҡортостанда эшләнгән - тимәк, сифатлы!
Башҡортостанда эшләнгән - тимәк, сифатлы!

Илдә “Рәсәйҙә эшләнгән” хәрәкәте ойошторолдо. Ул импортҡа алмаш ҡына түгел, ватан эшҡыуары образын булдырыуға ла йүнәлтелгән.

18 апрелдә “Рәсәйҙә эшләнгән” бушлай онлайн-марафоны башланды. Ул йүнселдәргә үҙ проекттарын бойомға ашырырға ярҙам итәсәк. Онлайн-курста эшҡыуарҙарға брендтарҙың социаль селтәрҙәрен нисек дөрөҫ алып барырға, креатив маркетинг акциялары әҙерләргә һәм уҙғарырға, бушлай каналдарҙан файҙаланырға өйрәтәсәктәр.

Проект көрсөк шарттарында ҡарарҙар ҡабул итеү өсөн аныҡ йүнәлештәр табырға мөмкинлек бирә. Ул “Росконгресс” фонды, Яңы проекттарҙы ғәмәлгә ашырыу буйынса стратегик башланғыстар агентлығы, “Рәсәй сифат системаһы” коммерцияға ҡарамаған автономиялы ойошмаһы һәм Яндекс менән берлектә тормошҡа ашырыла. Был турала анығыраҡ мәғлүмәт: https://www.madeinrussia.ru/ru

Көнбайыштан санкциялар индерелгәнгә тиклем күпкә алда уҡ республикала урындағы етештереүселәргә әүҙем ярҙам итә башлағайнылар. 2013 йылда "Башҡортостан продукты" проекты старт алды. Былтыр унда 597 предприятие ҡатнашты. "Башҡортостан продукты" билдәһе аҫтында 20 858 төр тауар сығарыла.

"Башҡортостан продукты" проекты етәксеһе Светлана Дивнич:

– Туғыҙ йыл эшләгән проекттың бурысы төбәк тауар етештереүселәренең Рәсәй баҙарындағы позицияларын көсәйтеүгә, шулай уҡ продукцияның республиканың бөтә биләмәһендә етештерелеүенә, урындағы халыҡтың көнкүрешен яҡшыртыуға ҡайтып ҡала, – тип билдәләне.

"Башҡортостан продукты" проектының девизы: "Үҙебеҙҙекен һатып ал". Милли колорит менән логотип та бар – ҡурай сәскәһе. Проекттың туғыҙ йыл эшләү дәүерендә был маркировкалы тауарҙар танылыу яулай башланы. Уларҙың күптәре ҙур сауҙа селтәрҙәре кәштәләрен биләне. Эшҡыуарҙар, "Башҡортостан продукты" проекты беҙгә үҫешергә ярҙам итә, тигән фекерҙә.

"Һуңғы иҡтисади ваҡиғалар беҙҙең өсөн тик яҡшыға ғына. Тауарҙарыбыҙ сит ил аналогтарын алмаштыра ала. Беҙ, республика етештереүселәре, "Башҡортостан продукты" кеүек проект булыуына шатбыҙ. Дәүләт ярҙамы беҙгә үҫешергә һәм республика халҡы файҙаһына тауарҙар етештерергә булышлыҡ ҡыла ", – ти эшҡыуар Ринат Гәрәев.

Фото: belizvest.ru

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: